Белем һәм тәрбиә
10 Ноябрь 2022, 06:00

Учалыла “шайморатовсы”лар сафы артты

Был класс уҡыусылары шайморатовсылар символикаһы менән берҙәм формала йөрөйәсәк.

Учалыла “шайморатовсы”лар сафы арттыУчалыла “шайморатовсы”лар сафы артты
Учалыла “шайморатовсы”лар сафы артты

Учалы ҡалаһының 1-се Башҡорт лицейының 6-сы «г» класынан 30 уҡыусы тантаналы рәүештә йәш “шайморатовсы”лар сафына ҡабул ителде. Малайҙар һәм егеттәр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исеменә лайыҡлы булырға вәғәҙә биреп, ант бирҙе, шайморатов кластары гимны булып торған «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы.

Тантаналы сарала Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов, хәрби комиссар Сергей Симонов, мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашты. Улар уҡыусыларға «Йәш шайморатовсы» билдәләрен тапшырҙы.

 Руслан Ғәлейән улы  балаларға йөкмәтелгән юғары яуаплылыҡты билдәләне, егеттәр Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең легендар комдив иҫтәлегенә лайыҡлы ысын патриоттары булыр тигән ышаныс белдерҙе.

«Шайморатов» класы - ул милли колоритлы, көсәйтелгән техник, спорт һәм хәрби әҙерлекле дөйөм белем биреү класы. Унда төп дөйөм белем биреү программаһынан тыш, балалар тарих, тел һәм теүәл фәндәрҙән көсәйтелгән программалар буйынса уҡый, башланғыс хәрби әҙерлекте өйрәнә. Был класс уҡыусылары шайморатовсылар символикаһы менән берҙәм формала йөрөйәсәк.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.

Учалыла “шайморатовсы”лар сафы артты
Учалыла “шайморатовсы”лар сафы артты
Учалыла “шайморатовсы”лар сафы артты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас