

Евразия фәнни-белем биреү үҙәге Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә тағы бер яңы майҙан – Үҙәк аудиторияһын асты.
Бындай аудиториялар фәнни-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусыларҙың биш майҙанында эшләй ҙә инде. Асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов, Башҡортостан фәнни-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы директоры Ирина Буренина, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Камил Рамазанов, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, йәш ғалимдәр ҡатнашты.
Руслан Ҡазыханов сәләмләү һүҙендә яңыртылған майҙанда йәш ғалимдар эшләйәсәгенә өмөтләнеүен белдерҙе. Ирина Буренина Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендәге аудиторияның майҙаны буйынса иң ҙуры булыуын, яңы белем биреү программаларын тормошҡа ашырыу һәм инфраструктураны яңыртыу һөҙөмтәһендә яңы фән офоҡтары асылыуына ышаныс белдерҙе.
Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге – мульти- дисциплинар фәнни үҙәк, унда химия, биология һәм генетика, математика, геология, селекция һәм орлоҡсолоҡ, физика, социаль-гуманитар фәндәр өлкәһендә нигеҙле тикшеренеүҙәр алып барыла, ҙур ғилми проекттар тормошҡа ашырыла, федераль һәм республика гранттары яулана. Бында эшләгән йәштәр лабораторияһының бурыстары һәм уңыштары, аккумулятор етештереүҙә импорт тауарҙарын алыштырыу буйынса мәсьәләләр тураһында уның етәксеһе, химия фәндәре кандидаты Елена Кузьмина һөйләне.
Өфө федераль тикшеренеү үҙәге өсөн әһәмиәтле көндә абруй ҡаҙанған һәм йәш ғалимдәр дипломдар, Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Мария Лобова фотолары.