Белем һәм тәрбиә
11 Ноябрь 2022, 14:07

“Мәхмүтов уҡыуҙары”. Улар ни өсөн кәрәк?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында “Мәхмүтов уҡыуҙары “ исемле ғилми-ғәмәли конференция үткәрелде.

“Мәхмүтов  уҡыуҙары”.  Улар ни өсөн кәрәк?“Мәхмүтов  уҡыуҙары”.  Улар ни өсөн кәрәк?
“Мәхмүтов уҡыуҙары”. Улар ни өсөн кәрәк?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында “Мәхмүтов уҡыуҙары “ исемле ғилми-ғәмәли конференция үткәрелде.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы Йортонда үткәрелгән “Төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенең заманса трендтары” тип аталған был сараны ошо академия, шулай уҡ Беларусь һәм Ҡырғыҙстан президенттары ҡарамағындағы академиялар берлектә ойошторҙо. Унда дәүләт власының федераль һәм төбәк органдары, урындағы үҙидара, ғилми йәмәғәтселек, эксперт-практиктар, дәүләт һәм йәмәғәтселек эшмәкәрҙәре, белем биреү ойошмаларының профессорҙар-уҡытыусылар составы вәкилдәре, студенттар ҡатнашты.

Мәхмүтов Әнәс Хөсәйен улы – Рәсәй һәм Башҡортостандың академик фәненең күренекле вәкиле,  Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге ректоры. Уның исемендәге уҡыуҙар һәр саҡ социаль-иҡтисади үҫештең көнүәк мәсьәләләрен хәл итеү менән ҡыҙыҡһынған ғалимдәрҙе һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бергә йыя.  

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелиндың тәбрикләү һүҙҙәрен уҡып ишеттергәндән һуң сәйәси эшмәкәрҙәр, ғалимдәр көнүҙәк темаларға сығыш яһаны. Улар күтәргән темалар һәм тәҡдимдәр тураһында гәзитебеҙҙең алдағы һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.

Автор фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас