Белем һәм тәрбиә
12 Ноября 2022, 19:30

Баймаҡтар шайморатовсылар сафын тулыландырҙы

Бөгөн - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө.

Баймаҡтар шайморатовсылар сафын тулыландырҙыБаймаҡтар шайморатовсылар сафын тулыландырҙы
Баймаҡтар шайморатовсылар сафын тулыландырҙы

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Хөкүмәтенең 2020 йылдың 28 авгусындағы 865-се ҡарарына ярашлы беренсе тапҡыр республика мәктәптәрендә Рәсәй  Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар булдырылды. Республикала улар барлығы - 79. Шулар иҫәбендә Баймаҡ лицей-интернатының 6-сы "Б" класы уҡыусылары ла бар.

Ошо көндәрҙә районда уҡыусыларҙы "Шайморатовсы"лар сафына ҡабул итеү тантанаһы үтте. Унда урындағы хакимиәт башлығы Фәнис Әминев, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр райондары хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов, хакимиәттең мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Фәнил Ирмәков, ветерандар, ҡаланың мәктәп директорҙары, Баймаҡ лицей-интернаты коллективы, уҡыусылары, ата-әсәләре ҡатнашты.

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙҙы. "112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм генерал Миңлеғәле Шайморатовтың Хәтер көнө алдынан Халыҡ ижады үҙәге залында Баймаҡ лицей-интернатының 6-сы "Б" класы уҡыусылары өсөн тантана үтте. Уҡыусылар ант бирҙе, "Шайморатовсы"ларҙың гимны булған легендар йырҙы башҡарҙы.

Формағыҙға тап төшөрмәй, ғорурлыҡ һәм намыҫ менән кейегеҙ. Иңегеҙгә төшкән һынауҙарҙан, ауырлыҡтарҙан һынмағыҙ, ныҡ булығыҙ. Рух ныҡлығы, тырышлыҡ, ниәттәрҙең изгелеге һәр ваҡыт ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итә. Тоғро, ышаныслы дуҫ, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булығыҙ!" - тип яҙҙы район етәксеһе.

"Шайморатовсы" - милли колоритлы, көсәйтелгән техник, спорт һәм хәрби әҙерлекле дөйөм белем биреү класы. Унда, төп дөйөм белем бирелеүҙән тыш, балалар тарих, тел һәм теүәл фәндәрҙән көсәйтелгән программалар буйынса уҡый, башланғыс хәрби әҙерлек үтә. Был класс уҡыусылары берҙәм формала йөрөйәсәк.

Фотолар Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Баймаҡтар шайморатовсылар сафын тулыландырҙы
Баймаҡтар шайморатовсылар сафын тулыландырҙы
Баймаҡтар шайморатовсылар сафын тулыландырҙы
Баймаҡтар шайморатовсылар сафын тулыландырҙы
Автор:Карима Усманова
Читайте нас