

“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Яңауыл балалар сәнғәт мәктәбенә яңы музыка инструменттары, ҡорамалдар, уҡыу материалдары алынды. Уҡыусылар һәм педагогтар район хакимиәте вәкилдәре алдында яңы музыка ҡоралдары ярҙамында концерт ҡуйҙы.
Ҡунаҡтарға яңы инструменттар ҙа, сығыштар ҙа оҡшаны. Ә хакимиәт башлығы Илшат Вәзиғәтов балаларҙы маҡтағандан һуң түҙмәне - үҙе баянға тотондо. Шулай уҡ башҡа ҡорамалдар менән дә ҡыҙыҡһынып танышты.
Балалар сәнғәт мәктәбенең матди хәлен яңыртыуға 6 миллион 311 мең һум аҡса бүленгән. Тейешле музыка ҡоралдары тулыһынса килтерелгән: алты фортепиано, балалайка, думбыра, кларнет, флейта, гитара, баян һәм аккордеондар, милли музыка инструменттары...
Сәнғәт мәктәбенең өс хеҙмәткәре, “Ижади кешеләр” проектына ярашлы, квалификация күтәреү курстарын үтте. Эльвира Миңләхмәтова, Гүзәл Сабирйәнова һәм Ильяс Тимершин балаларҙы музыкаға, йыр-моңға ылыҡтырыуҙа, матурлыҡ донъяһы менән таныштырыуға бар белемен, тырышлығын һаласаҡ, тип яҙа “Яңауыл таңдары” гәзите хәбәрсеһе Лидия Ғарипова.
Фото: “Яңауыл таңдары”.