Белем һәм тәрбиә
15 Ноябрь 2022, 04:30

Был бәхетле балаларға күмәкләп һоҡланайыҡ!

Кескәйҙәрҙең байрамдарын йөкмәткеле ойоштороуҙары, балаларҙы яратыуҙары,  көндәлек мөһим хеҙмәттәре  өсөн  тәрбиәселәргә  ысын күңелдән  рәхмәт белдерге, уңыштар теләйһе килә...

Был бәхетле балаларға күмәкләп һоҡланайыҡ!Был бәхетле балаларға күмәкләп һоҡланайыҡ!
Был бәхетле балаларға күмәкләп һоҡланайыҡ!

Миҙгелдең моңһоу осорон көҙгө байрамдар, балалар баҡсаларында үткәрелгән күңелле балдар йәмләй. Кескәйҙәр ололарса етдилек менән балға әҙерләнә, сағыу кейемдәрҙе барлай, шиғырҙар ятлай, йырҙар өйрәнә.

Ҡариҙел районының 2-се балалар баҡсаһында  бөгөн айырыуса йылы һәм уңайлы мөхит тантана итә. Байрамға һылыу Көҙ күстәнәстәр килтергән, ул кескәйҙәрҙе матур алтын урман буйлап  мауыҡтырғыс сәйәхәткә алып сыға... Бына тылсымлы музыка яңғырай, залға матур, зауыҡлы  бал күлдәктәрендә ҡыҙҙар һәм ысын  кавалерҙар - малайҙар инә. Иң матур бейеүҙәрҙең береһе – вальсҡа  әйләнә улар. Пушкиндың көҙ тураһындағы шиғырҙары уҡыла, ҡапыл залға шағирҙың яратҡан тәрбиәсеһе Арина Родионовна килеп инә. Уның тылсымлы һандығынан килеп сыҡҡан йомаҡ һәм башватҡыс һорауҙарға балаларҙың яуаптары ла әҙер икән.” Пушкинды уҡығыҙ, дуҫтар, әкиәттәр уҡығыҙ, шул саҡта һеҙҙең тормошоғоҙ ҙа изгелек һәм һөйөү менән тулыр”,– тип өндәшә кескәйҙәргә “шағирҙың тәрбиәсеһе”.

Ҡариҙел районының балалар баҡсаһы тәрбиәселәренә кескәйҙәрҙең байрамдарын йөкмәткеле ойоштороуҙары, балаларҙы яратыуҙары,  көндәлек мөһим хеҙмәттәре  өсөн  ҙур рәхмәт белдерге, уңыштар теләге килә.

Фото: Ҡариҙелдең 2-се балалар баҡсаһы.

Был бәхетле балаларға күмәкләп һоҡланайыҡ!
Был бәхетле балаларға күмәкләп һоҡланайыҡ!
Был бәхетле балаларға күмәкләп һоҡланайыҡ!
Был бәхетле балаларға күмәкләп һоҡланайыҡ!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас