

Әллә күпме йыл үтһә лә, тәүге ҡыңғырау сыңы, яратҡан уҡытыусың алып барған мауыҡтырғыс дәрестәр, бала саҡ иленең онотолмаҫ өлөшө булған һабаҡташтар менән бергә үткән күңелле тәнәфестәр, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле осрашыуҙар – шаулы мәктәп йылдары йылы иҫтәлектәре менән һәр саҡ һағындырасаҡ. Ә белем биреү ойошмаларының тарихын иһә уҡытыусылар һәм уның уҡыусылары яҙа. Әллә күпме балаға белем биргән, үҙаллы тормошҡа сығарған мәктәп һәр кемдең күңелендә тәрән, онотолмаҫ эҙҙәр ҡалдыра.
Программаның маҡсаттары ҙур
Республикабыҙҙа балаларҙың белем алыуы өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан мәктәптәрҙе, иң башта ауыл ерендәгеләрҙе капиталь ремонтлау буйынса федераль программа ҡабул ителгән. 2026 йылға тиклем уға 365 бинаны индереү планлаштырыла. Республикалағы белем усаҡтары ла ошо мөмкинлектән файҙаланырға ынтыла.
Стәрлебаш районында белем биреү ойошмаларын үҙгәртеп ҡороу, уларҙы хәҙерге заманға ярашлы йыһаз менән тәьмин итеү, биҙәү йәһәтенән матур яңылыҡ бар. Быйыл Түбәнге Аллағыуат, Тәтер-Арыҫлан һәм Әмир ауылдарындағы белем усаҡтары яңыртылды. Өҫтәүенә, улар заманса йыһаздар менән тәьмин ителде. Мәктәптәрҙең ҡыйығы, эске инженер системалары “Мәғариф үҫеше” программаһы буйынса федераль бюджет аҡсаһына алмаштырылды, мәктәп биләмәләре, урамдағы спорт майҙансыҡтары республика финанслауы һөҙөмтәһендә төҙөкләндерелде.
Стәрлебаш ауылындағы башланғыс мәктәп тә федераль программала ҡатнаша. 1968 йылда төҙөлгән был белем усағында ремонт эштәре беренсе тапҡыр атҡарыла. Ә ошо дәүерҙә бында бер нисә быуын вәкилдәре уҡып сыҡҡан.
Мәктәп уҡытыусылары районда үткәрелгән бик күп сараларҙа, “Башҡортостан уҡытыусыһы” республика конкурстарында ла әүҙем ҡатнаша. Төрлө йылдарҙа еңеү яулағандар араһында Лилиә Хөсәйенова, Лилиә Кәримова, Эльвира Иҡсанова, Алһыу Хәйбуллина һәм башҡалар бар. Мәктәп директоры Рәмил Ғәлиевтең әйтеүенсә, хәҙер бында ҡыҙҙарға һәм малайҙарға белем тауҙарына үрләр өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Мәктәп коллективы балаларға төплө белем биреү, уҡырға ынтылыш, үҙ маҡсаттарыңды планлаштырыу, уҡыу эшмәкәрлегендә уларҙы үтәүҙән тыш, балаларҙа гражданлыҡ-илһөйәрлек тойғоһо, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу, уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген хуплау һәм уларҙы хоҡуҡи яҡлауҙы мөһим бурыс тип иҫәпләй.
Һис шикһеҙ, был башланғыс мәктәптә лә талантлы балалар уҡый, тик һәләттәрен асырға, артабан камиллаштырырға ярҙам итеү мөһим. Педагогтар коллективы был бурысты бик юғары кимәлдә ғәмәлгә ашыра.
Белем усағындағы барлыҡ кабинеттар юғары зауыҡ, ҙур һөйөү менән биҙәлгән, уҡытыусыларҙың да, уҡыусыларҙың да уй-фекерҙәре иҫәпкә алынған. Бында һәр мәл яңылыҡ, ҡыҙыҡлы мәғлүмәт эҙләүгә ҡоролған, ҡыҙҙарға һәм малайҙарға күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Мәктәп менән танышыуҙың беренсе көнөнән башлап ул тамамланғансы дәрестән тыш ваҡытта тормош ҡайнай, сөнки педагогтар балалар белем алып, төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнашһын, тирә-яҡ донъяны танып-белергә теләһен өсөн уларҙы ҡыҙыҡһындыра, мауыҡтыра белә.
Белем усағын хәҙер танымаҫһың да!
Әмир ауылы мәктәбендә ремонт эштәре быйыл июль аҙағында районда иң тәүгеләрҙән булып тамамланған. Белем усағы үткән быуаттың 1960 йылдарында төҙөлгән, шуға капиталь ремонт талап ителгән. Программаға ярашлы, бинаның ҡыйығы, түбәһе, иҙәне, тәҙрәләре алмаштырылған, стенаһы йылытылған, кабинеттар йүнәтелгән, эске биҙәү эштәре башҡарылған. Шулай уҡ белем усағы кабинеттары яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Бында 65 бала белем ала, тағы алты бала мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында тәрбиәләнә. Мәктәп директоры Диләфрүз Баһауетдинова 10-дан ашыу уҡытыусының балаларға төплө белем биреүе хаҡында һөйләне. Гүзәлиә Халиҡова, Рәйлә Шәрипова, Анфиса Заһиҙуллина һәм башҡалар Ҡарағош, Хәлекәй, Әмир, Баҡса ауылдарынан килгән ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы белемле итеүҙе, сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыуҙы төп бурысы тип һанай. Быға спорт майҙансығының сынъяһау итеп яңыртылыуы, йомшаҡ япма түшәлеүе булышлыҡ итмәй ҡалмаҫ. Өҫтәүенә, был урындың яҡтыртылыуы кисен дә яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнергә мөмкинлек бирә. Әйткәндәй, ауыл мәктәптәренең спорт залдарын ремонтлау – мөһим йүнәлеш, сөнки был физкультура уҡытыу өсөн генә түгел, урындағы башҡа спорт һөйөүселәргә лә кәрәк.
Үткән быуатта төҙөлгән белем усағының бинаһында күптән капиталь ремонт эштәре атҡарылмаған булған. Үрҙә әйтелгән программа бурыстарын уңышлы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мәктәп бөтөнләй икенсе төҫ алған. Ундағы кабинеттар яңы ҡорамалдар, интерактив таҡталар менән йыһазландырылған. Республика бюджеты аҡсаһына мәктәп биләмәһе төҙөкләндерелгән. Һөҙөмтәлә хәҙер Стәрлетамаҡ ҡалаһына белем алырға тип киткән уҡыусылар ҙа быйыл үҙ ауылында уҡыу теләген белдергән.
Бында тәҙрә, иҙәндәр яңыртылған, электр сымдары алмаштырылған, энергияны һөҙөмтәле сарыф итеү өсөн яңы яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Быйыл белем биреү ойошмаһының да, спорт залының да төҙөкләнгәненә педагогтар ҙа, ата-әсәләр ҙә, уҡыусылар ҙа сикһеҙ шат.
Ҡалғандар ҙа ҡатнашмаҡсы
Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылындағы 11 йыллыҡ мәктәптә лә ремонт эштәре атҡарылған. Түбәнге Аллағыуат ауылындағы мәктәп тә яңыртылған. Белем усағын асыуға мәктәп яны биләмәһенә асфальт түшәлгән, ҡойма алмаштырылған. Һөҙөмтәлә быйыл Стәрлебаш районындағы дүрт мәктәп бөтөнләй икенсе төҫ-ҡиәфәт алған.
Стәрлебаш районындағы ошо уҡыу йорттарына ремонт эштәрен атҡарыу өсөн 115 миллион һум бүленгән. Бынан тыш, һәр мәктәпкә яңы ҡорамалдар өсөн 6,6 миллион һум аҡса бирелгән. Компьютерҙар, интерактив таҡталар, спорт кәрәк-ярағы, технология кабинеттары өсөн тегеү машиналары һәм башҡалар һатып алынған. Бынан тыш, республика бюджетынан белем усағы эргәһендәге биләмәләрҙе төҙөкләндереү өсөн 10-ар миллион һум аҡса бирелгән. Һөҙөмтәлә асфальт түшәлгән, тротуарҙар барлыҡҡа килгән. Федераль исемлектәге яңы уҡыу әсбаптарын һатып алыу өсөн ҡаралған сумма ла ике тапҡырға арттырылған. Уҡытыусылар иһә квалификацияны камиллаштырыу курсын үткән. Киләһе йылға райондағы тағы алты мәктәп үрҙә әйтелгән программаға индерелгән. Районда барлығы 20-гә яҡын мәктәп бинаһы булһа, уларҙың 14-е программаға ингән дә инде. 2026 йылға тиклем ҡалғандарын да ошо программаға ҡушмаҡсылар.
Ауыл мәктәбе – уҡытыу, белем алыу урыны ғына түгел, ә үҙенә күрә мәҙәни усаҡ та. Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, тормош ҡиммәттәре артыҡ үҙгәрә һалмай, киреһенсә, баҙыҡлана барғандай. Бына ошо хаҡта онотмай стәрлебаштар.
Айһылыу НИЗАМОВА