Белем һәм тәрбиә
15 Ноябрь 2022, 14:14

Эшен яратҡан – бәхетле

Ул уҡыусыларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләй.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Марсель Хәмитов – йәш быуынды сәләмәт тормошҡа, спортҡа ылыҡтырған, буласаҡ чемпиондар тәрбиәләгән уҡытыусыларҙың береһе. Бала саҡтан спортты үҙ иткән Марсель Салауат улы 2007 йылдан алып Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатында балаларға физик тәрбиә бирә, уларҙы спортҡа ылыҡтыра.

Баймаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән егет мәктәп йылдарында бокс менән шөғөлләнә, сәләмәт тормош алып ба­ра, үҙен физик яҡтан нығыта. Ба­ла саҡтан спортҡа ынтылған Марсель Хәмитов үҫкәс физкультура уҡы­тыусыһы булырға хыяллана. Ҡа­ланың 2-се мәктәбен тамамлағас, документтарын Сибай институтына илтә.

– Балаларҙы физик яҡтан ныҡлы, көслө, ҡыйыу булырға дәртлән­де­реп, спортҡа һөйөү тәрбиәләй алыуым менән бәхетлемен, – ти әңгә­мәсем. – Иң мөһиме – эшемде, ба­ла­ларҙы яратам. Беҙҙең белем уса­ғында күпселек – төрлө райондарҙан килгән ауыл балалары. Улар бик хәрәкәтсән, ҡыйыу һәм физик яҡтан көслө, һау-сәләмәт. Шуға күрә уҡыусылар менән эшләү ауыр түгел, ваҡытында йүнәлеш бирергә генә кәрәк. Беҙҙең лицей-интернатта лапта, өҫтәл теннисы, волейбол һәм футбол буйынса секциялар эшләй, уҡыусылар йыл һайын спорттың ошо төрө буйынса республика, төбәк һәм район, ҡала кимәлендә призлы урындар яулай, алдынғылыҡты бирмәй. Ҡыш саңғы ярыштарында ла беҙҙең уҡыусыларға тиңлә­шеүселәр юҡ, шулай уҡ мини-футбол буйынса ла уңыштарыбыҙ күп. Мәҫәлән, үткән уҡыу йылында ли­цейҙың ҡыҙҙар командаһы мини-футбол буйынса районда – беренсе, республикала өсөнсө урынды яуланы. Лаптала Урал аръяғын­да икенсе урынға сыҡтыҡ, республикала иһә өсөнсө урын бирелде. 

Йәш быуындың спортты үҙ итеүе, сәләмәт тормошто һайлауы ҡыуан­дыра. Иң мөһиме – баланың күңе­лен төшөрмәҫкә, уны физик яҡтан нығытырға, үҙе һайлаған спорт тө­рөндә алдынғы булырға ынты­лыр­лыҡ итеп ҡыҙыҡһындыра белергә кәрәк. Ҡайһы бер бала үҙенең көсөнән килмәҫлек спорт төрөн һайлай. Икенселәре, киреһенсә, мөмкинлектәре булып та, спорт менән шөғөлләнергә теләмәй. Бына ошо хәлдәрҙә алтын урталыҡ табыу, ваҡытында кәңәш биреп, дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим. Спортта тырышлыҡ һәм сәм булғанда юғары күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкин, әммә быға һәләт һәм мөмкин­лектәрең өҫтәлһә, чемпион булыр өсөн дә күп кәрәкмәй, шуға күрә һәр баланы ваҡытында күреү, үҫтереү – төп маҡсатым.

Бөгөн, ысынлап та, балалар баҡ­саһынан алып юғары уҡыу йортона тиклем балаларҙы спортҡа йәлеп итеү, һау-сәләмәт быуын тәрбиәләү, ГТО нормативтарын уңышлы тапшырыусылар өсөн юғары уҡыу йортона ҡабул ителгәндә өҫтәмә балл булдырыу, спорт залдарын кәрәкле спорт йыһаздары менән тәьмин итеү, мәктәптәр янында спорт майҙансыҡтары булдырыу өсөн маҡсатлы эш алып барыла.

Баймаҡ лицей-интернатының юғары категориялы физкультура уҡытыусыһы Марсель Хәмитов ғаиләһендә лә бәхетле. Ҡатыны Луиза Зөфәр ҡыҙы менән Айсар, Әмир һәм Камила исемле балалар үҫтерә. Ҡыҙҙары – ҡаланың данлыҡлы “Шторм” волейбол командаһы ағзалары, төрлө уйындарҙа уңышлы сығыш яһаған өмөтлө спортсыларҙың береһе.

 Кәримә УСМАНОВА

Баймаҡ ҡалаһы.

Читайте нас