Белем һәм тәрбиә
16 Ноябрь 2022, 14:30

Башҡортостан йәнә алдынғылар иҫәбендә

Республикабыҙ 2021 йылда төбәктәрҙе ғилми-технологик үҫтереүҙең беренсе милли рейтингында дүртенсе урынды алды.

Башҡортостан йәнә алдынғылар иҫәбендәБашҡортостан йәнә алдынғылар иҫәбендә
Башҡортостан йәнә алдынғылар иҫәбендә

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә бик матур һәм мөһим яңылыҡ менән уртаҡлашты. Республика сираттағы тапҡыр федераль кимәлдә юғары баһаланды. Был юлы – фәнни-технологик өлкәлә.

“Һәр саҡ республикабыҙҙың юғары ғилми-технологик потенциалына ышандым һәм ышанам. Башҡортостан 2021 йылда төбәктәрҙе ғилми-технологик үҫтереүҙең беренсе милли рейтингында дүртенсе урынды алды. Рейтинг Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төҙөлгән.

Был бик юғары ҡаҙаныш. Республика – фәнни-технологик мөхиттә сифатлы үҙгәрештәр булған һәм фәнде үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен уңышлы тормошҡа ашырған тәүге биш төбәк иҫәбендә.

Беҙҙең уңыштар өсөн Евразия ғилми-белем биреү үҙәге, әлбиттә, локомотив булып тора. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары донъя фәне картаһында һиҙелерлек урын алды, беҙ ҙур федераль проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ - юғары уҡыу йорттары араһында кампус төҙөй башлайбыҙ, республикала Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килде. Ике йыл дауамында ғилми-белем биреү үҙәгенең йәштәр лабораториялары эшләй, ҙур сәнәғәт предприятиелары менән партнерлыҡта Алғы инженерҙар мәктәбе эшләй башланы. Рейтинг эксперттары беҙҙең республиканың фәнгә күрһәткән ярҙам сараларын да баһаланы.

Статистика менән бәхәсләшеп булмай – төбәктә ғилми хеҙмәткәрҙәр һаны артты, предприятиеларҙың фәнни эштәренә средстволар күбәйҙе, фәндән сәнәғәткә күберәк технологияларҙы тапшыра башланыҡ. Йәш ғалимдарыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ өсөн стажировка үтеү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 200 миллион һум бүлеүебеҙ мөһим. Мәсьәләнең социаль яғын да онотманылар”, – тип яҙҙы ул.

Ошо уҡ көндә Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко менән Дәүләт Советының “Фән” йүнәлеше буйынса комиссия рәйесе, Новосибирск өлкәһе губернаторы Андрей Травников фәнни-технологик үҫеш буйынса комиссияларҙың һәм Фән буйынса дәүләт советының берлектәге ултырышын үткәрҙе. Унда тәүге тапҡыр 2021 йыл өсөн төбәктәрҙе ғилми-технологик үҫтереүҙең милли рейтингы тәҡдим ителде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, рейтингты Дәүләт Советы һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың берлектәге ултырышы йомғаҡтары буйынса Президент Владимир Путин төҙөргә ҡушты.

“Милли рейтингтың төп маҡсаты – төбәктәрҙе, интеграль күрһәткестәрен файҙаланып, ғилми-технологик мөхит булдырыу алымдарын үҙгәртергә дәртләндереү. Мәҫәлән, ғилми тармаҡта мәшғүл граждандар һаны, 29 йәшкә тиклемге тикшеренеүселәр иҫәбе, төбәктәрҙең ғилми эшләнмәләргә эске сығымдары, шулай уҡ иҡтисадтың реаль секторы ойошмалары файҙаланған ватан технологиялары күләме. Төбәктәр, федераль һәм төбәк власы органдары, шулай уҡ бизнес өсөн урындарҙа тармаҡ үҫешенә объектив баһа биреү, уларҙы көсәйтергә кәрәк булған йүнәлештәрҙе аңлау йәһәтенән рейтинг һөҙөмтәле инструмент булыр, тип ышанам. Был субъекттарға үҙҙәренең инновациялы технологияларын уйлап табырға һәм ил Президенты бер нисә тапҡыр телгә алған технологик суверенитетҡа өлгәшеүҙе тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк”, – тип билдәләне Дмитрий Чернышенко.

Алдынғылар исемлегендә Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Томск өлкәһе, Башҡортостан, Татарстан республикалары, шулай уҡ Новосибирск, Свердловск, Ульяновск, Мәскәү һәм Түбәнге Новгород өлкәләре бар.

Рейтингтың 33 күрһәткесе өс блок буйынса төркөмләнгән: власть органдары, фәнни ҡаҙаныштарҙы күпләп талап иткән бизнес алып барыу өсөн мөхит һәм тикшеренеүселәр эше өсөн мөхит. Улар Росстат, Роспатент, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы мәғлүмәттәре, төбәк һәм урындағы бюджеттарҙың үтәлеше тураһындағы Федераль ҡаҙналыҡ отчеттары, ошо субъекттарҙың, шулай уҡ үҫеш институттарының мәғлүмәттәре нигеҙендә иҫәпләнгән.

Дөйөм алғанда, илдә төбәктәрҙең инновацион һәм фәнни-мәғариф потенциалын баһалаған бер нисә махсус рейтинг бар. Һәм уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле. Әммә әле тәүге тапҡыр фәнни-технологик ҡеүәттең һәм төбәктәрҙең үҫеш динамикаһының компактлы интеграль рейтингы әҙерләнде.

 

Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА, философия фәндәре докторы, профессор, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры:

– Республикабыҙ һәр ваҡытта ла үҙенең ғилми традициялары менән көслө булды, ә был милли рейтингтағы хаҡлы урыны Башҡортостандың фәнни мәктәптәренең, ғалимдарының, тикшеренеү үҙәктәренең мөмкинлектәрен, заманса, креатив фекерләүенең һәм республиканы алға этәреүсе, уның тотороҡло үҫешенә, иҡтисадына, сәнәғәтенә тос өлөш индереүсе көс икәнен иҫбатлай. Һуңғы йылдарҙа республикабыҙ фәне ныҡлы үҫешә, төрлө идеялары, проекттары мәртәбәле гранттар ота, йәш, һәләтле тикшеренеүселәрҙе йәлеп итә. Бик күп ғилми мәктәптәр Рәсәй кимәлендә генә түгел, сит илдәрҙә лә танылған, әйткәндәй, Башҡортостан генетиктары, биологтары, химия һәм нефть өлкәһендәге белгестәре, улай ғына ла түгел, хатта гуманитар фәндәр өлкәһендәге тикшеренеүселәре лә үҙҙәренең абруйлы ҡаҙаныштары менән ғорурлана ала. Әлбиттә, республикала халыҡ-ара кимәлдәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге асылыуы ла Башҡортостан фәненең төплөлөгөн, киң тармаҡлы булыуын, иҡтисад, сәнәғәт, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләре менән тығыҙ бәйләнештә алға барыуын күрһәтә.

Был эштә төбәгебеҙ етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбировтың өлөшө бик ҙур. Ул баштан уҡ оло маҡсаттар, юғары талаптар ҡуйҙы, уларға өлгәшеү өсөн барыһын да эшләй, республиканың ғилми йәмәғәтселеген дә шуға этәрә.

 

Гөлфирә АБДУЛЛИНА, филология фәндәре докторы, профессор, Өфө университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, Башҡортостан Фәндәр академияһының Тел ғилеме, ғәмәли лингвистика һәм мәғлүмәти технологиялар буйынса фәнни советының Ғилми секретары:

– Бөгөнгө яңылыҡ шәхсән үҙем өсөн дә, республикабыҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл түгелдер тигән фекерҙәмен. Һуңғы йылдарҙа төбәктә фәндең үҫешенә шул тиклем ҙур иғтибар бүленә, көс һалына, Рәсәйҙә республикабыҙҙы таныу ғына түгел, ҡаҙаныштарыбыҙҙы юғары баһалай башланылар. Ғилми кәңәшмәләрҙә, конференцияларҙа, Башҡортостандан икәнлегебеҙҙе белһәләр, “Һеҙҙең етәксегеҙ көслө, өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ ҡуя белә, республикағыҙҙы алда яңы мөмкинлектәр көтә” тигән фекерҙәрҙе йыш ишетәбеҙ.

Фәнни-технологик үҫеш буйынса төҙөлгән рейтинг ғалимдарҙың, эшҡыуарҙарҙың, сәнәғәт һәм етештереү предприятиеларының ҡулға-ҡул тотоношоп эшләрлек мөмкинлектәрен дөрөҫ баһалай. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге нигеҙендә заманса талаптарға яуап биргән кампус төҙөү, йәш ғалимдарҙы фатир менән тәьмин итеү, уларҙы алдынғы белем биреү усаҡтарына тәжрибә тупларға йүнәлтеү, йәштәр өсөн махсус лабораториялар булдырыу кеүек бихисап проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Рәсәйҙең фәнни картаһында “Өфө фән һәм технологиялар университеты” атамаһы аҫтында яңы юғары уҡыу йорто барлыҡҡа килеүе лә – республикабыҙҙа алып барылған эҙмә-эҙлекле эштең бер һөҙөмтәһе.

Республиканың “Топ-5” иҫәбенә инеүе ғилми даирәгә, бер яҡтан, ғорурлыҡ һәм ышаныс өҫтәһә, икенсе яҡтан, әлбиттә, республикабыҙ алдына яңы талаптар ҡуя. Яуланған үрҙән тайпылмайынса, алдынғы технологияларҙы фәндән етештереү өлкәһенә күсереү бурысы тора.

Фото: "Башинформ".

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас