Белем һәм тәрбиә
16 Ноябрь 2022, 08:15

Яңы үҙәк булдырыла

Ул кадрҙар әҙерләү өсөн уңайлы мөмкинлек аса

Яңы үҙәк булдырылаЯңы үҙәк булдырыла
Яңы үҙәк булдырыла

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡушыуына ярашлы, 2022 -2023 йылдарҙа республикала Халыҡ -ара һөнәри белем биреү үҙәге асыласаҡ.

Ошо маҡсатта Хөкүмәт тарафынан республикала халыҡ-ара һөнәри белем биреү үҙәген булдырыу буйынса селтәрле график әҙерләнгән. Ул республиканың башҡарма власть органдары тарафынан да килешелгән.

Яңы белем биреү объекты кадрҙар әҙерләүҙә яңы технологиялар тормошҡа ашырыла торған  уникаль майҙансыҡ буласаҡ. Шулай уҡ  белгестәргә һөнәри белем биреү системаһында иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашырға ла мөмкинлек бирәсәк.

Фәнни эшмәкәрлекте үҫтереү, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү йәһәтенән  был сараларҙың  әһәмиәте ҙур.

Фото: Башинформ.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас