Белем һәм тәрбиә
17 Ноябрь 2022, 09:50

"Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе"

БДПУ-ла конкурс һөҙөмтәләрен йомғаҡлау һәм "Тулҡын" әҙәби түңәрәге ағзалары әҫәрҙәре йыйынтығының презентацияһы үтте.

"Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе""Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе"
"Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе"

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының "Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе" проекты (етәксеһе - Куланчин А.Й.) бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сығып, ярты йыл буйына уны бойомға ашырыу өҫтөндә эшләне. Ошо проектҡа ярашлы, республикала мәктәп уҡыусылары һәм студенттары араһында "Тулҡын" ижади конкурсы ойошторолған.

16 ноябрҙә конкурс һөҙөмтәләрен йомғаҡлау һәм "Тулҡын" әҙәби түңәрәге ағзалары әҫәрҙәре йыйынтығының презентацияһы үтте.

Проекттың остаздары - Хөсәйенова Ләлә Миҙхәт ҡыҙы һәм Иҫәнгилдин Вилдан Фазылйән улы.

Проект командаһында Башҡорт филологияһы факультеты студенттары һәм аспиранттары: Ғәлимов Сыңғыҙ, Назарова Алина, Ғайсина Әлфиә, Яубасарова Айгүзәл һәм Юлдашева Динара ҡатнаша.

Автор фотолары.

"Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе"
"Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе"
"Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе"
"Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе"
"Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе"
"Беҙҙең Аҡмулла" мәғрифәтселәр мәктәбе"
Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас