Белем һәм тәрбиә
17 Ноября 2022, 08:15

Эльвира Айытҡолова туған телдәрҙе һаҡлау буйынса сығыш яһаған

Конференцияның ҡарарҙар проектына түбәндәгеләрҙе индерергә тәҡдим иткән.

Эльвира Айытҡолова туған телдәрҙе һаҡлау буйынса сығыш яһағанЭльвира Айытҡолова туған телдәрҙе һаҡлау буйынса сығыш яһаған
Эльвира Айытҡолова туған телдәрҙе һаҡлау буйынса сығыш яһаған

Яҡташыбыҙ, Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Рәсәй Федерация Президенты янындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Советы барлыҡҡа килеүгә 10 йыл тулыуға арналған “Рәсәй: берҙәм һәм төрлө” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашып, “Рәсәйҙең этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау” темаһына – туған телдәрҙе һаҡлау буйынса сығыш яһаны.

“Туған телдәрҙе һаҡлау буйынса сығыш яһаным. Конференцияның ҡарарҙар проектына түбәндәгеләрҙе индерергә тәҡдим иттем:

– туған телдәрҙе һаҡлауҙа балалар баҡсаларының ролен көсәйтеү, уларға бөтә кимәлдәрҙә лә методик һәм финанс ярҙам күрһәтеү;

– мәктәптәрҙә туған телдәрҙе һайлауға дәртләндереү сараларын уйлаға кәрәк, мәҫәлән, ГТО-ны тапшырған өсөн юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн өҫтәмә балл ҡаралған;

– популяр йәнһүрәттәрҙе Рәсәй халыҡтары телдәренә тәржемә итеү мөмкинлеген тыуҙырырға, бөгөнгө көндә был эштең иң ҡиммәт өлөшө – авторлыҡ хоҡуҡтарына түләү;

– күп милләтле илебеҙҙең туған телдәрен һаҡлау буйынса системалы эш алып барыу өсөн координациялаусы федераль органды билдәләргә”, – тип уртаҡлашты Эльвира Ринат ҡыҙы.

Фото: Эльвира Айытҡолованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас