

Өфө ҡалаһының Дим районында урынлашҡан 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһы Башҡортостандағы тәүге полилингваль белем биреү усаҡтарының береһе булараҡ 2019 йылдың 1 сентябрендә үҙ ишеген асты. Бөгөн белем усағы гөрләп торған тормош менән йәшәй. Асылған мәлендә 575 бала иҫәпләнһә, әле уҡыусылар һаны 1255-кә еткән. Быйыл алты I класс йыйғандар. Ошо уҡыу йылында тәүге XI класс – бөтәһе 17 егет һәм ҡыҙ гимназияны тамамларға йыйына.
Асылған көнөнән алып гимназияны йәш, маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы директор Наил Радик улы Әминев етәкләй. Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән егет БДУ-ның тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм хеҙмәт юлын Өфө урта махсус музыка колледжында башлай. Тарих уҡытыусыһы булараҡ, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында арыу уҡ йылдар тәжрибә туплай, үҙен төрлө конкурстарҙа уңышлы һынап ҡарай. Артабан баш ҡаланың 23-сө урта мәктәбе директоры булып эшләп алған Наил Радик улына республикала асылған тәүге полилингваль белем усағының береһен етәкләү бурысы ышанып тапшырыла. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһы үҙен яҡшы яҡтан танытып өлгөрҙө, бында матур традицияларға нигеҙ һалынды. Белем усағында балаларға төплө белем биреү, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү өсөн шарттар булдырылған һәм берҙәм, көслө педагогтар коллективы тупланған. Бөгөн бында 61 уҡытыусы балаларға төплө белем һәм лайыҡлы тәрбиә биреү маҡсатында тырышып эшләй.
Асылыуына өс йыл ваҡыт үткән гимназияның тәүге уңыштарын да барларға мөмкин. Гимназия Дим районы буйынса уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиада хәрәкәтендә икенсе урынды яулаған, “Йәш һөнәрмәндәр” (Ворлдскиллс) чемпионатында ла призлы урындарға лайыҡ булғандар. Бында дүрт “Шайморатовсылар класы” асылып, уларҙың штаб-фатиры булдырылған. Бүлмә бик матур итеп йыһазландырылған: бай мәғлүмәтле стендтар һәм үҙенсәлекле экспонаттар легендар дивизияның данлы юлы һәм уның командирының тиңһеҙ ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләй. Уҡыусыларға айырыуса гимназия тирында шөғөлләнеү оҡшай, бында төрлө ҡорал өлгөләре менән эш итергә өйрәтәләр. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Айтуған Мостафин етәкселегендә алып барыла. Ярайһы уҡ ҙур хәрби тәжрибәгә эйә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кеше булараҡ, ул егет һәм ҡыҙҙарҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү йәһәтенән үҙе үк өлгө булып тора. Әйткәндәй, үткән уҡыу йылында гимназия уҡыусылары Шайморатов исемендәге кубокка уҙғарылған ярышта I урынды яулаған. Шулай уҡ “Патриот” паркында үткән “Геройҙар уҙышы”нда ла лайыҡлы сығыш яһағандар. VI класс уҡыусылары Самат Сабирйәнов, Кирилл Рабогошвили һәм Иван Васильев беҙгә уҡ атыу, арбалет менән эш итеү, винтовка ҡороу йәһәтенән оҫталығын күрһәтте.
Полилингваль белем усағы булараҡ, бында уҡытыу биш – рус, башҡорт, инглиз, немец, француз телдәрендә алып барыла. Беҙ биология уҡытыусыһы Регина Вәлиуллинаның дәресендә булып, уның үҙе һәм уҡыусылары менән аралаштыҡ. Регина Рөстәм ҡыҙы был белем усағы асылған көндән ошонда эшләй, бер үк ваҡытта директорҙың фәнни-методик эштәр буйынса урынбаҫары вазифаһын да башҡара. Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ уҡытыусылар династияһын уңышлы дауам итә, “Мин – бишенсе быуын мөғәллиме”, тине ул оло ғорурлыҡ менән.
Шулай уҡ IV А класының етәксеһе Альбина Фәнүз ҡыҙы Лоҡманованың, француз теле уҡытыусыһы Заһира Ғибәҙулла ҡыҙы Шәйхисламованың дәрестәрен ҡарап, балаларҙың тел өйрәнеүгә ынтылышын, ҡыҙыҡһыныуын күрҙек. “Гимназиябыҙ йылы, яҡты, эшләү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар, хеҙмәтеңде яратып башҡарыу – үҙе оло бәхет бит ул”, – ти уҡытыусылар.
Кескәйҙәр I кластан уҡ шахмат уйынына өйрәнә. Бынан тыш, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, милли көрәш, көнсығыш көрәш алымдары кеүек спорт секциялары эшләй. Баланы ҡыҙыҡһындырыу буйынса клубтар эшләй. “IT-Куб” һанлы мәғариф үҙәге, “СМАРТ-ТВ” студияһы, робот техникаһы, сәхнә оҫталығы, йыр, үҫеш интеллекты, башланғыс ижадты үҫтереү һәм башҡа түңәрәктәр төрлө яҡлап үҫешкә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, “IT-Куб” майҙансығы хәҙерге заман талабы булған һанлы белемгә, мәғлүмәт технологияларына эйә булыу йәһәтенән ҙур мөмкинлектәргә юл аса. “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проектына ярашлы булдырылған үҙәктә алты йүнәлеш буйынса шөғөлләнергә, бушлай JAVA, PYTON программалау телдәрен үҙләштерергә мөмкин. Әйткәндәй, был “IT-Куб” баш ҡалала асылған ошондай тәүге майҙансыҡ булды.
– Эшмәкәрлектә төп баҫымды тәрбиәгә яһайбыҙ. Тәртип булған ерҙә уҡыуға ынтылыш та, берҙәмлек тә, уңыш та була. Әлеге ваҡытта үҙебеҙҙең бейеү ансамблен булдырыу менән шөғөлләнәбеҙ, тиҙҙән “Байыҡ” кеүек конкурстарҙа ла таныла башларбыҙ әле, – ти гимназия директоры Наил Радик улы.
Бейеү менән шөғөлләнеү өсөн махсус зал йыһазландырылған. Хореография дәрестәрен Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Эльвира һәм Фәйзулла Ғөбәйҙуллиндар алып бара.
– Был эште быйылғы уҡыу йылында ғына башлап ебәрҙек. Һәр класс дәрестәр теҙмәһенә ярашлы шөғөлләнә. Уҡытыусылар байрамында бер нисә класс айырым бейеү менән сығыш яһап та өлгөрҙө. Әле беҙ V – VII класс уҡыусылары араһынан балалар һайлап алып, даими коллектив булдырыу эшен дә алып барабыҙ. Белем усағында төрлө милләт балалары уҡығанға күрә башҡорт халыҡ бейеүҙәренән тыш, башҡа халыҡтарҙың бейеү өлгөләрен дә өйрәтеүҙе маҡсат итеп алдыҡ. Тиҙҙән хеҙмәтебеҙҙең тәүге емештәрен татый башларбыҙ, тип ышанабыҙ, – тине Эльвира Вәкил ҡыҙы.
2-се “СМАРТ” республика полилингваль күп профилле гимназияһында балаларға төплө белем биреү, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Гимназияның берҙәм, көслө педагогтар коллективына ҙур уңыштар теләйбеҙ.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА