

Өфө фән һәм технологиялар университетында Халыҡ-ара студенттар көнө айҡанлы ҙур байрам үтте. Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеты берләшеүҙән барлыҡҡа килгән вузда был тәүге ҙур сара булды.
Тантаналы концерт “Өфө университеты – тартылыу нөктәһе” исеме аҫтында уҙҙы, унда студенттар, аспиранттар, уҡытыусылар һәм вуз хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Студенттарҙы республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм ректор вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров ҡотланы.
- Беҙ бөгөн күмәк, киләсәктә тағы ла күберәк буласаҡбыҙ: 2030 йылға беҙҙең контингент 50 меңдән ашып китергә тейеш. 17-се көн Өфө фән һәм технологиялар университеты булараҡ эшләйбеҙ. 17 көн эсендә йәштәрҙең берҙәм концерт әҙерләүе беҙҙең башланғыстарҙың барыһы ла һәйбәт буласағы хаҡында һөйләй. Бөгөн Халыҡ-ара студенттар көнөн дуҫтарса компания менән ҡаршы алыуыбыҙға шатмын. Алда беҙҙе күләмле сағыу саралар көтә тип ышанам. Хәйерле сәғәттә! - тине Вадим Захаров.
- Һәр ауыр юл тәүге аҙымдан башлана. Бергә яһаған тәүге аҙымдарығыҙҙың дөрөҫ йүнәлештә булыуына шатмын. Һеҙ бергә – хәҙер популярлаша барған саҡырыу һеҙҙең өсөн айырыуса мөһим. Студенттарға хас ыңғай хис-тойғолар һәр саҡ һеҙҙең менән ҡалһын. Ә беҙ тәү сиратта уҡыу, ижад, көнкүреш өсөн шарттар булдырырға тейешбеҙ, һәм был – бергәләп хәл итәсәк ҙур бурыс, - тип билдәләне Максим Забелин.
Концерт барышында “Йәнгүзәл” этно-фолк төркөмө, “Аҡтамыр” ҡурайсылар ансамбле, “Ирәндек” халыҡ ансамбле, “Таусень” рус халыҡ фольклор ансамбле, “Сикварули”, “Айтуған” бейеү ансамблдәре башҡарыуында төрлө милләт бейеүҙәре тәҡдим ителде, Самат Абдрахманов, Елина Ихсанова, Иван Зубков, Гөлнара Байғужина һәм Аделия Ғарифуллина башҡарыуында йырҙар яңғыраны.
Шулай уҡ Халыҡ-ара студенттар көнөнә арналған сараға ярашлы студенттар коворкингын асылды, унда тематик лекциялар, уйындар һәм коллективтарҙың репетициялары үткәреләсәк.
Фотолар: Өфө фән һәм технологиялар университеты.