Белем һәм тәрбиә
22 Ноябрь 2022, 10:25

Буласаҡ табиптар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәк

Был ятаҡ 650 урынлыҡ – төньяҡ кампустың беренсе сираты, ә киләһе йылдың 1 сентябренә баш ҡалабыҙҙың төньяҡ өлөшөндә колледж асыласаҡ.

Буласаҡ табиптар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәкБуласаҡ табиптар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәк
Буласаҡ табиптар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәк

Бөгөн Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының төньяҡ кампусын асыу тантанаһы үтте. Сара юғары уҡыу йортоноң 90 йыллығына арнап уҙғарылды.

Университеттың төньяҡ кампусы Репин урамындағы 6-сы йорт адресы буйынса  элекке 5-се һөнәри училище биналары базаһында урынлашҡан.

“Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл юбилейын билдәләгән медицина университетының төньяҡ медицина кампусын тергеҙеү башланыуы менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Юғары уҡыу йорто етәкселеге фәнде үҫтереүгә, матди-техник базаны  нығытыуға көс һалыуҙан тыш, студенттар тураһында ла хәстәрлек күрергә онотмай.  Һеҙҙән башҡа вуз да юҡ, иң мөһиме, һеҙҙең яҡшы белем алыуығыҙ өсөн бөтә шарттар булдырыла”,– тип билдәләне кампусты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.

“Был ятаҡ 650 урынлыҡ – төньяҡ кампустың беренсе сираты, ә киләһе йылға, 1 сентябргә баш ҡалабыҙҙың төньяҡ өлөшөндә колледж асасаҡбыҙ.Бында күрше урамда беҙҙең танылған яҡташыбыҙ, бөтә донъяла билдәле дирижер Владимир Спиваков йәшәне һәм уҡыны. Был минең өсөн иҫтәлекле урын. Үҙем дә ошо районда тыуып үҫтем.Бында уҡыған студенттар бәхетле”, – тине университет ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валентин Павлов.

Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов  әйтеүенсә, буласаҡ табиптар яҡшы шарттарҙа уҡырға һәм йәшәргә тейеш. “Театр кейем сисеү урынынан башлана, ә университет ятаҡтан башланмаһа ла, унда уның йәне йәшәй. Бөгөн университет илдең төп эре уҡыу йорттарының береһе,  13 меңдән ашыу студент уҡый. Сил илдән килгән студенттар ҙа белем ала. Кампус студенттар өсөн  оло   юбилей хөрмәтенә тапшырылған ҙур бүләк”,– тине Рәсәй Хөкүмәтенең һаулыҡ һаҡлау департаменты директор  урынбаҫары Артем Тарасенко.

Бөтә уңайлыҡтар булдырылған ятаҡты ҡарағандан һуң, ҡунаҡтар 5-се һөнәрселек училищеһын тамамлаған, донъяның төрлө нөктәләрендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған элекке студенттарҙың иҫтәлегенә ҡуйылған обелискка сәскәләр һалды.

Фото: “Башинформ”

 

Буласаҡ табиптар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәк
Буласаҡ табиптар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәк
Буласаҡ табиптар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәк
Буласаҡ табиптар яҡшы шарттарҙа йәшәйәсәк
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас