Белем һәм тәрбиә
22 Ноябрь 2022, 16:30

Иң яҡшы ашнаҡсылар һәм ашханалар билдәләнде

Радий Хәбиров "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен ҡотланы. 

Иң яҡшы ашнаҡсылар һәм ашханалар билдәләндеИң яҡшы ашнаҡсылар һәм ашханалар билдәләнде
Иң яҡшы ашнаҡсылар һәм ашханалар билдәләнде

Бөгөн, 22 ноябрҙә, "Торатау" конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2022" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһында ҡатнашты. Хәбәр итеүебеҙсә, 21-22 ноябрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә ошо бәйгенең ярымфинал һәм финал этаптары уҙҙы.

Һөнәри ярыштарҙа республиканан биш вәкил ҡатнашты. "Миллионлы ҡаланың иң яҡшы мәктәбе" номинацияһында – Өфөнөң 161-се лицейы, ә "Иң яҡшы ауыл мәктәбе ашханаһы" номинацияһында Бүздәк ауылының 2-се мәктәбе һәм Иглин ауылының 1-се урта мәктәбе финалға сыҡты.

Башҡортостан Башлығы конкурс лауреаттарын ҡотлап, балаларҙы, үҫмерҙәрҙе сәләмәт итеп үҫтереүҙә сифатлы туҡланыуҙың мөһим роль уйнауын билдәләне.

- 2020 йылда ил Президенты Владимир Путин башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡланыу менән тәьмин итеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был бик мөһим аҙым булды, - тине Радий Хәбиров. - Белем биреү учреждениелары ашханаларының социаль әһәмиәтле миссия башҡарыуын аңлайбыҙ. Шуны әйткем килә: мәктәптәге аш ҡайһы берҙә социаль яҡланмаған балалар өсөн йылы аш ашауҙың берҙән-бер мөмкинлеге булып тора.

Башҡортостандың белем биреү учреждениеларында дөйөм туҡланыу комплекслы ҡараш һәм ҡыҙыҡһынған кешеләр яғынан контроль нигеҙендә үҫешә, тип өҫтәне төбәк етәксеһе.

- Һуңғы йылдарҙа республикала мәктәптә туҡланыу системаһы етди үҙгәрештәр кисерҙе. Мәҫәлән, беҙ эш башлағанда төбәк мәктәптәрендә ойошторолған туҡланыуҙа урында етештерелгән ит ни бары алты процент ҡына тәшкил итә ине. Уның күпселек өлөшө сифат һәм хәүефһеҙлек контроленән тыш килтерелде. Бөгөн хәл ҡырҡа үҙгәрҙе. Уҡыусыларҙың рационы нигеҙендә – республикала етештерелгән продукттар, уларҙың өлөшө 90 процентҡа етте, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Беҙ мәктәптә туҡланыуҙы тәьмин итеүселәр менән күп йыллыҡ хеҙмәттәшлеккә күсәбеҙ, уларҙың йөҙөндә ышаныслы партнёрҙарҙы күрәбеҙ. Биналарҙың эстетик биҙәлешенә, заманса ҡорамалдарға, һауыт-һабаға иғтибарлы булырға тырышабыҙ. Бынан тыш, республикала 26 мең бала беҙ тергеҙгән "Һөт кухняһы" проектына ярашлы бушлай сифатлы һәм файҙалы аҙыҡ-түлек ала.

Республика Башлығы шулай уҡ "Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы" номинацияһында Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттарына дипломдар һәм кубоктар тапшырҙы. Улар араһында Өфөнөң 87-се урта мәктәбе ашнаҡсыһы Татьяна Екимова ла бар ине, ул беренсе урынды яуланы.

- Мәктәп ашнаҡсылары – изге күңелле, иғтибарлы һәм ярҙамсыл кешеләр. Яңыраҡ Өфөнөң Ғафури урамында мәктәп ашнаҡсыһына һәйкәл асылды. Ошо өлкәлә эшләгәндәрҙең барыһы алдында ла баш эйәбеҙ, - тине Радий Хәбиров.

Конкурста ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов һәм Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова видеосәләмләү ебәрҙе. Илдең мәғариф министры республика Башлығы Радий Хәбировтың ошо әһәмиәтле социаль проектты үҫтереүгә булышлыҡ итеүен билдәләп, конкурсты ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

- Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа ихлас рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ республика мәктәптәрендә уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүләһегеҙ, - тине Лилиә Салауат ҡыҙы ла.

Рәсәй Мәғариф министрлығы Федераль туҡланыу мониторингы үҙәгенең ғилми етәксеһе Валентина Иванова үҙ сығышында, Башҡортостан социаль туҡланыуҙы үҫтереүҙең күп йүнәлештәре буйынса илдә алдынғы урындарҙы биләй, тип билдәләне.

Бүләкләү тантанаһынан һуң Радий Хәбиров "Һөт кухняһы" төбәк проекты һәм республиканың мәктәп ашханалары өсөн продукция тәҡдим итеүселәр тарафынан әҙерләнгән күргәҙмәне ҡараны.

Туҡланыу, биотехнологиялар һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге федераль тикшеренеү үҙәгенең Балалар туҡланыуы ғилми-тикшеренеү институты директоры Сергей Симоненко менән әңгәмәлә республика Башлығы башҡорт балын мәктәп ашханалары менюһына индереү һәм балалар туҡланыуы продукты булараҡ файҙаланыу өсөн уны кәрәкле тикшереүҙәр үткәреүҙә әүҙемерәк эшләргә тәҡдим итте.

Текст һәм фото сығанағы: Башҡортостан Башлығы сайты.

Иң яҡшы ашнаҡсылар һәм ашханалар билдәләнде
Иң яҡшы ашнаҡсылар һәм ашханалар билдәләнде
Иң яҡшы ашнаҡсылар һәм ашханалар билдәләнде
Иң яҡшы ашнаҡсылар һәм ашханалар билдәләнде
Иң яҡшы ашнаҡсылар һәм ашханалар билдәләнде
Иң яҡшы ашнаҡсылар һәм ашханалар билдәләнде
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас