

Ағас йортта урынлашҡан балалар баҡсаһы, гүйә, әкиәт донъяһын хәтерләтә. Урамда ағастан үҙҙәре эшләгән төрлө сағыу һындар, балалар өсөн уйын майҙансығы ҡаршылай, йылылыҡ бөркөлгән бүлмәләрҙә иһә кескәйҙәрҙең шат көлөүҙәре ишетелә. Бәхет нуры һирпелгән бәләкәстәр менән тәрбиәсе Рәзилә Әхмәтова шөғөлләнә ине. Исеме есеменә тап килеп, “Йәйғор” балалар баҡсаһы эстән дә, тыштан да йәйғорҙоң төрлө төҫтәрендә балҡып ултыра.
Коллективта дүрт хеҙмәткәр эшләй, Исхаҡ һәм Һәйетҡол ауылдарынан берәр бала килә. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһына ике йәштән алып уҡырға барғанға тиклемге балалар йөрөй. Киләһе йыл дүрт бала беренсе класҡа барасаҡ, әлегә бөтәһе 13 бала баҡсала шөғөлләнә.
Коллективта үҙ һөнәренең оҫталары эшләй. Кескәйҙәргә ижади ҡараш булдырылған: башҡорт мөйөшө, кескәй генә музей, ҡыҙ һәм малайҙарҙың һәләттәрен асыу нигеҙендә эшләнгән ижад урындары, уҡыу, музыка, физкультура өсөн махсус бүлмәләр бар. Ата-әсәләр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған, улар һәр сарала ихлас ҡатнаша, кәрәк ваҡытта ярҙам да итә.
Тәрбиәсе ярҙамсыһы Гөлсөм Ғүмәрова, музыка етәксеһе Сәүиә Әхмәтова, ашнаҡсы Гөлсинә Хамматованы балалар бик ярата. Ауылдың киләсәге тәрбиәләнгән йылы һәм яҡты йорттан беҙҙең дә күңелдәр күтәрелеп сыҡты. Әммә хәл итәһе проблемалар ҙа бар. Әлегәсә бинаға йылы һәм һыуыҡ һыу үтмәгән, бәҙрәф тә урамда...
Кәримә УСМАНОВА