

"Тау батшаһы”
Был уйын өсөн тығыҙ ҡарҙан бейек көрт табырға йәки ҡар «тауы»н үҙ аллы һалырға кәрәк. Уның бейеклеге уйнаусыларҙың йәшенә бәйле.
Уйынсыларҙың береһе түбәгә күтәрелә һәм уның «батшаһы» була. Ул ҡалғандарға «тәхет»те биләргә ҡамасауларға тейеш, сөнки һәр ҡатнашыусының маҡсаты — тау батшаһы булыу. Уйын ваҡытында ҡатнашыусылар йыш йығылғас, хәүефһеҙлек тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк: «тау» аҫтында йомшаҡ ҡар ятһын, эргәһендә ҡоймалар, ағастар, бина мөйөштәре һәм автомобилдәр булмаһын.
"Ун ике таяҡ”
"Ун ике таяҡ» уйнау өсөн ташҡа йәки бурсаға ҡуйылған ағас таҡта кәрәк, бер өлөшө менән ул өҫкә күтәрелгән, ә икенсеһе ерҙә йәки ҡарҙа ята. Үҙенсәлекле «бәүелсәктәр» барлыҡҡа килә. Ерҙә ятҡан таҡтаның яртыһына 12 бәләкәй таяҡ һалалар. Шулай уҡ тәүге алып барыусы һайлана.
Уйын, таҡтаның өҫкө ситенә ҡапыл һөжүм итеп, таяҡтарҙы ырғытҡанда башлана. Шунан һуң алып барыусы уларҙы йыйырға тейеш, ә ҡалғандары был ваҡытта йәшенергә тейеш. Алып барыусының бурысы - уларҙы табыу. Ҡатнашыусыларҙың кемеһенең ҡайҙа йәшенгәнен белгәс, уның исемен ҡысҡырырға, шулай уҡ йәшенгән урынды күрһәтергә тейеш. Алып барыусы барыһын да дөрөҫ атаһа, табылған кеше сығырға тейеш.
Эҙләгән ваҡытта, ҡатнашыусыларҙыан кемдер таҡтаға һиҙҙермәй генә йүгереп килеп баҫа. Һәм ун ике таяҡ тағы һауаға оса, алып барыусы уларҙы йыя, бөтә табылған уйынсылар тағы йәшенергә мөмкин, һәм уларҙы яңынан эҙләргә тура киләсәк.
"Кем көслө?”
Санала шулай уҡ арҡан тартышыуҙың бер төрө бар. Бының өсөн ике ҡатнашыусы бер-береһенә арҡаһы менән бер санаға ултыра һәм аяҡтары менән һәр береһе үҙ яғына китергә тырыша. Шулай уҡ бер ҡатнашыусы китергә маташа, ә икенсеһе уны тотҡарларға тейеш.
Бындай уйындың өсөнсө варианты ла бар: ҡатнашыусылар ике санала бер-береһенә ҡаршы урынлаштырыла. Һәр кем ҡаршы сананың бауын тота. Сигнал буйынса улар бер-береһен үҙ яғына тартып яҡынайтырға тейеш.
"Төньяҡ еле, көньяҡ еле”
Был уйын өсөн ҡатнашыусылар ике алып барыусы һайлай. Берәүһе - Төньяҡ, икенсеһе Көньяҡ елгә әйләнә. Ҡалған уйынсылар майҙансыҡтан йүгерә. Төньяҡтан килгән ел ҡатнашыусыларҙы тота һәм туҡтатһын өсөн уларҙы «туңдыра». Ә Көньяҡ еле уларға ҡулы менән тейеп, ҡысҡырып «ирекле» тип әйтә.
Әгәр уйын кәртәләнгән майҙансыҡта үтһә, тағы ла яҡшыраҡ.