Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Ноябрь 2022, 13:30

Йәштәр мәктәп төҙөлгәнгә ҡыуана

Бында бер нисә ауыл балалары уҡыясаҡ.

Йәштәр мәктәп төҙөлгәнгә ҡыуана
Йәштәр мәктәп төҙөлгәнгә ҡыуана

Өфө районының Миловка ауылы янындағы биҫтәлә ҙур яңы мәктәп төҙөлдө. Был ҡыуаныслы яңылыҡ менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә уртаҡлашты.

"Беҙ Миловка паркында мәктәп төҙөүҙе тамамланыҡ. Уны иртәрәк асырға планлаштырғайныҡ, әммә проблемалар килеп тыуҙы, ваҡытты күсерҙек.

Мәктәп ҙур, иркен, 1225 урынға иҫәпләнгән. Бинала - дүрт блок, урта һәм өлкән звено өсөн айырым корпустар. Үҙ ҡаҙанлығы һәм трансформатор ярҙамсы станцияһы бар. Яҡшы йыһазландырылған кластар, уҡыуҙан тыш эш өсөн кабинеттар, кескәйҙәр өсөн уйын бүлмәләре бар. Өлкәнерәк балалар өсөн - лаборант, китапхана, интерактив компьютер комплексы, малайҙар өсөн ағас эше оҫтаханаһы һәм ҡыҙҙар өсөн бесеү һәм тегеү оҫтаханаһы. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн яҡшы шарттар булдырылған - ике ҙур спорт залы, душ менән сисенеп-кейенеү бүлмәләре, саңғы һаҡлағыс, саф һауала физкультура менән шөғөлләнеү өсөн спорт зоналары - баскетбол, волейбол, бадминтон һәм башҡалар.

Районда торлаҡ төҙөлөшө әүҙем бара, шуға күрә мәктәп кәрәк. Унда «Миловка паркы», «Йәштәр» биҫтәләре һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙан балалар уҡыясаҡ", - тип яҙған Радий Фәрит улы.

Фото vk.com/radiyhabirov

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: