Өфөлә “Лекторҙар лигаһы”ның төбәк этабы уҙғарылды.
Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте тарафынан ойошторолған конкурста ҡатнашыусыларҙың тәүге асыҡ сығыштарының тамашасылары “Лекторҙар лигаһы”ның төбәк эксперт советы ағзалары булды. Улар лекцияларҙың темаһын, биреү форматын, лекторҙарҙың дөйөм мәҙәниәтен баһаланы. Этаптың һөҙөмтәләре 76 ҡалала лекция уҡыу тамамланғандан һуң, декабрь аҙағында, билдәле буласаҡ. Икенсе этабы 2023 йылдың ғинуарында онлайн форматта уҙасаҡ.
“Лекторҙар лигаһы” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының универсаль педагогия компетенциялары технопаркында уҙғарылды. Иң яҡшы лектор исеменә дәғүә итеүселәр төбәк эксперт советы ағзаларына сығыш яһау оҫталыҡтарын күрһәтте. Башҡортостан лекторҙары араһында эксперттар “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы мөхәррире һәм Башҡорт дәүләт университетының өлкән уҡытыусыһы Кристина Андрианованың сығышын юғары баһаланы.
Ҡатнашыусылар конкурста һынау тотоуға этәргес биргән идеялары менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт педагогия университетының Экология, география һәм тәбиғәттән файҙаланыу кафедраһы доценты Ғәлимә Хәсәнова үҙенең сығышында Арктика һәм Антарктика боҙлоғон өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән Рәсәйҙең бөйөк ғалимдарының хеҙмәтен күрһәтергә теләүе тураһында белдерҙе.
“Лекторҙар лигаһы” Бөтә Рәсәй конурсына өсөнсө миҙгелдә Рәсәйҙең 88 төбәгенән туғыҙ меңдән ашыу ғариза бирелгән. Конкурсанттар жюриға һәм тамашасыларға экология, мәрхәмәтлек, социаль-гуманитар фәндәр, карьера, бизнес, фән, технология һәм башҡа йүнәлештәр буйынса лекциялар тәҡдим итә.
Конкурстың артабанғы онлайн-этабы киләһе йыл ғинуарҙа старт ала.
Фото: bash.news