Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Ноябрь 2022, 14:00

“Артек”та ял итергә теләһәң...

Конкурста ҡатнаш! Шарттары - яҙмала.

“Артек”та ял итергә теләһәң...
“Артек”та ял итергә теләһәң...

Башҡортостан уҡыусылары “Мәктәптә һәм өйҙә сәләмәт туҡланыу” акцияһына ҡушылып, “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә юллама алыу мөмкинлегенә эйә.

“Мәктәптә һәм өйҙә сәләмәт туҡланыу” – Бөтә Рәсәй социаль акцияһы. Уның бурысы – уҡыусыларҙа һәм уларҙың ата-әсәләрендә сәләмәт туҡланыуға, әүҙем йәшәү рәүеше алып барыуға ихтыяж булдырыу. Акцияла 8-10-сы класс уҡыусылары ҡатнаша.

Конкурста ҡатнашыу өсөн сайтта теркәлергә, мәктәптә сәләмәт туҡланыу буйынса дәрестәр үткәрергә, тикшеренеү эше башҡарырға (ашнаҡсылар, диетологтар һәм башҡа эксперттар менән видеоинтервьюлар һәм ғаилә менән яратҡан ризыҡты әҙерләү тураһында креатив ролик төшөрөргә). Акцияла еңеүселәр өсөн төп бүләк – 2023 йылдың 10-сы сменаһына “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгенә барыу.

Конкурс киләһе йылдың 15 июленә тиклем үткәрелә. Шуға күрә республика уҡыусыларының уға ныҡлы әҙерләнергә ваҡыты бар.

Акцияны уҙғарыу, “Мәктәптә һәм өйҙә сәләмәт туҡланыу” акцияһында ҡатнашыу өсөн балаларҙы һайлап алыу тәртибенә ҡағылышлы положение һәм башҡа мәғлүмәт рәсми интернет-ресурста баҫылған: www.doit-together.ru.

Акцияны “Бергә эшләйек” йәмәғәт проекттарына ярҙам үҙәге һәм Социаль туҡланыуҙы үҫтереү союзы ойоштора.

Фото: argumenti.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: