Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
29 Ноябрь 2022, 21:30

Аралашып эш итергә кәрәк

Мәктәптә туҡланыуҙа республика етештереүселәренән һыйыр ите өлөшө – 84,3, ҡош ите – 17, тауыҡ йомортҡаһы – 33, йәшелсә 22 процентҡа артҡан.

Аралашып эш итергә кәрәк
Аралашып эш итергә кәрәк

Башҡортостанда 2019 йылдан мәктәптә урында етештерелгән аҙыҡ-түлектең өлөшө 16 процентҡа артҡан. Был хаҡта республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Уны төбәк Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

– Башҡортостанда заманса тауар үткәреүсе система булдырылды. Ул сеймал етештереүселәрҙе, эшкәртеүселәрҙе, логистика үҙәктәрен һәм мәктәп туҡланыуы операторҙарын үҙ эсенә ала, – тине Алексей Гусев. – Был мәктәп ашханаларында урындағы продукцияның өлөшөн 2019 йылда 52 проценттан 2022 йылда 68 процентҡаса арттырырға мөмкинлек бирҙе. Республика етештереүселәренән һыйыр ите өлөшө – 84,3, ҡош ите – 17, тауыҡ йомортҡаһы – 33, йәшелсә 22 процентҡа артҡан.

2019 йылдан төбәктең белем биреү учреждениеларын сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мәсьәләләре системалы рәүештә хәл ителә башланы. Туҡланыуҙы ойоштороу стандартын, уҡыусылар, шул иҫәптән төрлө ауырыуҙарҙан яфаланғандар өсөн меню варианттарын әҙерләнеләр һәм индерҙеләр.

Төбәктә эҫе аш сифатына ата-әсәләр контроле механизмы эшләй, тине Алексей Гусев. Уның һөҙөмтәләре “Башҡортостан Республикаһының берҙәм белем биреү мөхите” системаһында сағыла. Шулай уҡ сеймалды һәм әҙер аҙыҡ-түлекте лаборатор тикшереү системаһы ла яйға һалынған.

Күрелгән саралар мәктәп аш-һыуын әҙерләү технологияһын боҙоуҙар һанын, шулай уҡ уларҙың сифатына ялыуҙарҙы кәметергә мөмкинлек бирҙе.

Башҡортостандың социаль туҡланыу өлкәһендәге уңыштары федераль кимәлдә билдәләнде. Мәҫәлән, Стратегик башланғыстар агентлығы мәктәптә дөйөм туҡланыуҙы ойоштороу тәжрибәһен илдә иң яҡшыһы тип атаны. Ә “Иң яҡшы мәктәп ашханаһы” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары иҫәбенә Өфөнөң 161-се лицейы һәм Иглин ауылының 1-се урта мәктәбе инде.

Радий Хәбиров республика ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәренә контролде көсәйтергә, мәктәп ашханаларының эшен тикшерергә ҡушты.

– Беҙ федераль конкурстарҙа уңыштарға өлгәшә башланыҡ. Әммә халыҡ беҙҙе мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу һәм уның сифаты өсөн тәнҡитләй. Бында иллюзиялар төҙөргә кәрәкмәй, – тине Радий Хәбиров. – Был өлөштә хәлдәрҙең нисек тороуын ҡарағыҙ, ата-әсәләр берләшмәһе, балалар менән аралашығыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: