Килешеүгә ярашлы, эш урынында хеҙмәткәр кәмендә урта махсус белемгә эйә булырға тейеш. Уның ПТУ тамамлау тураһындағы дипломы бар. Эш биреүсе хеҙмәткәрҙе “белеме биләгән вазифаға тап килмәй” тип эшенән бушата аламы? Был ғәмәл законлымы? Хеҙмәткәр урындағы идарасы компанияла баш белгес вазифаһын биләй, дөйөм эш стажы – 28 йыл. Ул 1986 йылда инженер-сантехник белгеслеге буйынса белем алған. Был осраҡта 2012 йылғы закондағы ПТУ-ла алынған белемдең урта махсус белемгә тиңләштерелеүе тураһындағы үҙгәрешкә һылтанырға буламы?
Һорауға яуап биреү өсөн бер нисә мәлде иҫәпкә алыу шарт. Тәү сиратта кадрҙар бүлегенән ошо вазифаны биләү өсөн ниндәй квалификация кимәле кәрәклеген асыҡлау фарыз. Ысынлап та, 2012 йылда тейешле Федераль закон ҡабул ителде, һуңыраҡ, 2016 йылда, уға һөнәри белем градацияһында етди үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотҡан объектив төҙәтмәләр индерелде.
Ошо законға ярашлы, ни бары ике һөнәри белем төрө бар: урта һәм юғары. Тәүгеһенә – ПТУ, колледж, техникумдар, икенсеһенә юғары уҡыу йорттары ҡарай. Тимәк, 1987 йылда башланғыс һөнәри белем алған хеҙмәткәр автоматик рәүештә урта махсус белем кимәленә тиңләштерелә.
Әммә шул уҡ закон урта белем кимәленең бер нисә төрөн билдәләй һәм элегерәк алынған белемде автоматик рәүештә ошо градация менән тиңләштерә. Әүәлерәк алынған белем хәҙер яңы атама алды. Башланғыс һөнәри белем квалификациялы хеҙмәткәрҙәр (эшселәр) әҙерләү программаһы буйынса – урта һөнәри белемгә, ә урта белем урта звено белгестәрен уҡытыу программаһы буйынса урта һөнәри белемгә тиңләштерелә.
Һорауҙан күренеүенсә, хеҙмәткәрҙең белеме урта звено белгестәре категорияһына тап килергә тейешле баш белгес вазифаһын биләй. Асылда иһә белем хеҙмәткәр кимәле буйынса алынған, ә был вазифа ҡулланмаһына тап килмәй. Тимәк, кадрҙар бүлегенең ғәмәлдәре законға ярашлы, тип иҫәпләнә, сөнки хеҙмәткәр белем кимәленә тура килмәгән вазифаны биләй.
Мәғлүм булыуынса, белем биреү барышын регламентлаған 273-сө Федераль закон 2016 йылдың 29 декабрендә көсөнә инде. Уның 108-се статьяһында бөтә төрҙәге белем биреү учреждениелары өсөн белем кимәлендәге яңылыҡтарға һәм үҙгәрештәргә ентекле аңлатма бирелә.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА