Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Декабрь 2022, 21:30

Йәштәр эшһеҙ ҡалмаҫ

Белгестәрҙе “Ростех” менән бергә әҙерләйбеҙ.

Йәштәр эшһеҙ ҡалмаҫ
Йәштәр эшһеҙ ҡалмаҫ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бөгөн ҡул ҡуйылған килешеүҙең үҙенсәлектәре тураһында яҙҙы.

“Токарь, фрезлаусы, слесарь, электромонтер оҫталығын һәм башҡа өҫтәмә компетенцияларҙы туплаған станоктарҙы көйләүсе – бындай һөнәргә эйә булған сығарылыш йәштәре эшһеҙ ҡалмаҫ. Юғары квалификациялы белгестәрҙе “Ростех” менән берлектә әҙерләйбеҙ. Бөгөн “Ростех” авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Эдуардович Сердюков менән ҡул ҡуйған килешеүебеҙҙең бер өлөшө тап ошо йүнәлеште күҙаллай.

Беҙ Дәүләт корпорацияһы предприятиелары менән йыл һайын маҡсатҡа ярашлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр төҙөүҙе планлаштырҙыҡ. Университет һәм колледж студенттары – практика, ә уҡытыусылар стажировка үтәсәк. Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарында йыһазландырылған лабораториялар һәм заманса ҡорамалдар байтаҡҡа артасаҡ. Уҡыу планын производствоның ысын ихтыяжынан сығып раҫлау, сығарылыш уҡыусыларының буласаҡ эш урындары өсөн компетенциялар исемлеген төҙөү ҡарала.

Беҙҙең маҡсат – йәштәр ысын мәғәнәһендә кәрәкле белгес булһын өсөн эшкә алғанда уларға конкурентлы өҫтөнлөк биреү. Киләсәктә ошо килешеүҙә ҡаралған программалар буйынса уҡып сыҡҡан йәштәрҙең 80 процентын “Ростех” корпорацияһының Башҡортостандағы предприятиеларына эшкә урынлаштырыу ниәте бар. Ундай предприятиелар беҙҙә 13”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_932271

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_932271

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: