Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Декабрь 2022, 21:00

Һанлаштырыу шарттарында белем биреү

Был һорауға уҡытыусылар, ғалимдар йәмәғәтселек бергәләп яуап эҙләй.

Һанлаштырыу шарттарында белем биреү
Һанлаштырыу шарттарында белем биреү

“Йәмғиәтте һанлаштырыу шарттарында мәғариф системаһына идара итеү: технологиялар, шарттар, һөҙөмтәләр” Бөтә Рәсәй ғәмәли форумы ошо көндәрҙә Өфөлә эш башланы. Йыйын Рәсәй Мәғариф министрлығы билдәләгән саралар планына индерелгән һәм уны М. Акмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәрә.

Маҡсат — сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү, эштә уңышлы ҡулланылған ыңғай тәжрибәне дөйөмләштереү, таратыу мәсьәләләрен ҡарау, хәҙерге һанлы үҙгәрештәр шарттарында уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, етәксе кадрҙарҙың белемен камиллаштырыу.

Форумда уҡытыусыларға белем биреү өлкәһендә белгестәр, мәғарифты һәм йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу, үҫтереү проблемаларын өйрәнеүселәр, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән күп мәҙәниәтлелек, күп теллелек шарттарында гуманитар белем биреү мәсьәләләрен өйрәнеүсе ғалимдар ҡатнаша. Шулай уҡ форумдың ҡунаҡтары булып федераль һәм республика власть органдары етәкселәре, Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары ректорҙары, төрлө йылдарҙағы юғары уҡыу йортон тамамлаусылар торасаҡ.

Форумда ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дәр исемлеге менән танышыр өсөн ошо һылтанмаға баҫырға кәрәк: https://bspu.ru/unit/123/news/19906

Фото: oostrr.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: