2 декабрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй “Йәмғиәттең һанлы трансформацияһы шарттарында мәғариф сифатына идара итеү: алымдар, технологиялар, һөҙөмтәләр” практик форумы эш башланы. “Торатау” конгресс-холында үткәрелгән сараның модераторы - Башҡортостан вуздары ректорҙары совеы рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов.
“Бөгөн мәғарифтың әлеге хәле тураһында һөйләшергә йыйылдыҡ. Илебеҙ Президентының 2023 йылды Педагог һәм остаз йылы тип иғлан итеүе тураһындағы ҡарары йәмғиәттә уҡытыусының юғары статусы тураһында ғына һөйләп ҡалмай, илдәге педагогик вуздар алдында Рәсәйҙең киләсәк быуыны уҡытыусыһын әҙерләү мәсьәләһен дә ҡуя. Мәғариф сифатын күтәреү – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының төп тикшеренеүҙәренең береһе. Барлыҡ тикшереүҙәр тиерлек тап ошоға йүнәлтелгән”, - тине Салауат Сәғитов, форумды асып.
Форумда ҡатнашыусыларҙы онлайн рәүештә Мәғариф өлкәһендәге күҙәтеү федераль хеҙмәте етәксеһе Анзор Музаев, Рәсәй Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова сәләмләне.
“Бөгөн йәмғиәтебеҙҙең һанлы ғына түгел, ысынбарлыҡта ла трансформацияланыуы күҙәтелә. Һәм үҙгәрештәр осоронда белем биреү сифатына идара итеү ауыр. Мәғариф өлкәһендәге барлыҡ үҙгәрештәр һиҙелә һәм улар яҡшы уйланылған, әҙерләнгән булырға тейеш”, - тине Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Мәғариф буйынса комитет ағзаһы Эльвира Айытҡолова, форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Сараны асҡанда Рәсәй Мәғариф министрлығының Дөйөм белем биреү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте һәм идара итеү департаменты директоры урынбаҫары Анна Тимофеева, республиканың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин, Ырымбур дәүләт педагогия университеты ректоры Светлана Алешина һәм башҡалар сығыш яһаны.
Фото: bspu.ru/index.php/news/21538