Белем һәм тәрбиә
3 Декабрь 2022, 03:30

Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән ҡатнашалар

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Бөтә Рәсәй практик форумда ҡатнашырға саҡыра.

Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән ҡатнашаларРәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән ҡатнашалар
Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән ҡатнашалар

Форум Рәсәй Мәғариф министрлығы саралары планына индерелгән һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан үткәрелә.

Сараның маҡсаты – сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү мәсьәләләрен ҡарау, ыңғай тәжрибәне таратыу, студенттарҙың, педагогтарҙың, идара итеү хеҙмәткәрҙәренең универсаль компетенциялар үҫеше һәм башҡалар.

Форумда Рәсәй төбәктәренән һәм БДБ илдәренән педагогик белем биреү өлкәһендәге белгестәр, мәғариф үҫеше проблемаларын тикшереүселәр, шулай уҡ гуманитар белем биреүҙе өйрәнгән ғалимдар һәм башҡалар ҡатнаша.

Форум барышында “Математик белем биреү: кисә, бөгөн һәм иртәгә” семинары, “Аҡмулла уҡыуҙары” халыҡ-ара фәнни-ғилми конференцияһы һәм башҡа саралар ойошторола.  

Форум башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә үткәрелә.

Фото, сығанаҡ: bspu.ru/unit/123/news/19906?ysclid=lb62ntj78v965267415

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас