Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
5 Декабрь 2022, 22:30

Һанлы мәктәп нисек ойошторолған?

Төбәктә “Электрон белем биреү” порталы ҙур ихтыяж менән файҙалана. 

Һанлы мәктәп нисек ойошторолған?
Һанлы мәктәп нисек ойошторолған?

5 декабрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан һанлы мәктәбе” дистанцияла уҡытыу платформаһын һынап ҡарарға тәҡдим итте. Һынауҙы төпкөлдәге мәктәптәрҙең береһендә уҙғарыу күҙаллана.

Республика һанлы белем биреү системаһы мөмкинлектәре тураһында Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин һөйләне. Төбәктә “Электрон белем биреү” порталына ихтыяж ҙур, уның менән республиканан 800 меңдән ашыу кеше әүҙем файҙалана.

Коронавирус пандемияһы осоронда республика Башлығы ҡушыуы буйынса төбәктә “Башҡортостан һанлы мәктәбе” дистанцияла уҡытыу платформаһы әҙерләнде. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, уны әкренләп этнотөбәк компоненты менән тулыландыралар. Бында Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса курстар урынлаштырылған да инде. Шулай уҡ предметтар исемлегендә – “Туған тел һәм әҙәбиәт”, “Төбәктәрҙе өйрәнеү”, “Тыуған яҡты өйрәнеү” һәм башҡалар. Системаны уңайлыраҡ итеү өсөн мобиль ҡушымта әҙерләгәндәр.

Алыҫтан тороп уҡытыу платформаһының тотороҡло эшләүен тәьмин итеү мөһим, тине республика Башлығы.

– Дәрестәрҙә балалар һорауҙар бирә алһын өсөн системала кире бәйләнеш эшләргә тейеш, – тине Радий Хәбиров. – Коронавирус шарттарында барлыҡ платформаларҙың емерелеүе һәм оҙаҡ ваҡытҡа уларҙы тергеҙергә тура килеү хәленә эләкмәҫкә тейешбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: