Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә мәктәп формаһы етештереүгә ҡағылышлы яңы пост менән уртаҡлашты.
“Был мәктәп формаһын Өфөлә, "Оптри" фабрикаһында, тегәләр. Уны Башҡортостанда ғына түгел, Силәбе һәм Һарытау өлкәләрендә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм башҡа төбәктәрҙә һата башланылар.
Етештереүселәребеҙгә һатыу географияһын ярайһы уҡ киңәйтергә, нисек кенә сәйер булмаһын, санкциялар ярҙам итте. Баҙарҙан сит ил брендтары китте, һәм Өфө фабрикаһы уларға лайыҡлы алмаш тәҡдим итә алды. Хәҙер предприятие тәүлегенә 1000-дән 3000-гә тиклем изделие сығара – пандемияға тиклемге осорға ҡарағанда дүрттән бер өлөшкә күберәк.
"Оптри" фабрикаһы продукцияһын маркетплейстарҙа ла һатып алырға мөмкин. Мәктәп формаһынан тыш, интернет аша ошо производствонан ҡатын-ҡыҙ кейеменә һәм аксессуарҙарға заказ бирергә була.
Фабрика етәксеһе – Зөлфирә Ғәзизова, ул етәкләгән шәхси предприятие – "Башҡортостан аҙыҡ-түлеге" проекты дипломанты. Зөлфирә Үзбәк ҡыҙы производство менән 2011 йылдан шөғөлләнә башлаған. Ул ваҡытта эшҡыуарҙың штатында ҙур булмаған бина һәм ике тегеүсе булған. Хәҙер фабриканың дөйөм майҙаны – 1300 квадрат метр, унда 40 хеҙмәткәр эшләй.
Предприятие беҙҙең ярҙам саралары менән әүҙем файҙалана. Республика еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы буйынса 2020 йылда сеймал һәм ҡорамалдар һатып алыуға 3 миллион һум субсидия алды. 2021 йылда ошо уҡ программа буйынса фабрика ҡорамалдарға, туҡымаларға һәм материалдарға сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтара алды.
"Башҡортостан аҙыҡ-түлеге" проектында ҡатнашыу ҙа күп нәмә бирә. Мәҫәлән, уның дипломанттары күсмә бизнес-миссияларҙа ҡатнаша, мәғлүмәти оҙатыу ала. Әлбиттә, был беҙҙең, республика сифат билдәһе - продукцияға ышанырға мөмкин булыуҙың күрһәткесе. Проекттың сайтын хәтерегеҙгә төшөрәм: productrb.ru”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото һәм сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov