Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Декабрь 2022, 12:30

Һиндостанға киттеләр

Быйыл республика бюджетынан бындай эштәргә 200 миллион һум аҡса бүленде.

Һиндостанға киттеләр
Һиндостанға киттеләр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республиканың ғилми-мәғрифәти тормошона ҡағылышлы яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Евразия ғилми белем биреү үҙәге составына ингән биш ойошманан 15 ғалимыбыҙ Һиндостанда стажировка үтә. Улар республиканың танылған юғары уҡыу йорттары – медицина, нефть, фән һәм технологиялар, аграр университеттар һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге ҡарамағындағы институттар хеҙмәткәрҙәре.

Программала Һиндостандың алдынғы вуздарының биотехнологиялар, ауыл хужалығы, фармацевтика, информатика, инженер механикаһы һәм электроника лабораториялары һәм кафедраларында булыу ҡаралған. Улар араһында донъяның иң яҡшы 500 уҡыу йорто исемлегенә ингән һәм Һиндостандың иң билдәле һәм алдынғы вузы һаналған Дели университеты ла бар. Шулай уҡ Делиҙа урынлашҡан Джавахарлал Неру университеты ла – был илдең 20 алдынғы уҡыу йортоноң береһе. GLA университеты медицина һәм фармакология өлкәһендә билдәле шәхси вуз булып танылған.

Был сәфәр Башҡортостан ғалимдарына һәм уҡытыусыларына һөнәри квалификацияны күтәрергә, дуҫтарса мөнәсәбәттәге дәүләттең фәнни берләшмәһе менән бәйләнештәр, яңы танышлыҡтар булдырырға, проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн партнерҙар табырға булышлыҡ итер, тип ышанам.

Ошондай стажировкалар иҫәбенә даими рәүештә үҫешеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу – Евразия ғилми белем биреү үҙәге эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Уның вәкилдәре Томск политехник һәм Ҡазан федераль университеттарында, Сколковола һәм Иранда булды.

Беҙ ғалимдарыбыҙ донъя фәненә нығыраҡ яҡынайһын, сит илдәге коллегалары менән белем һәм тәжрибә уртаҡлаша, уларҙы иҡтисадты нығытыу, республика халҡының именлеге мәнфәғәтендә файҙалана алһын өсөн тырышабыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл Башҡортостандың йәш ғалимдарына ярҙамға республика бюджетынан 200 миллион һум аҡса бүлдек. Стажировкаларҙан тыш, бында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға гранттар ҙа һалынған", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com/radiyhabirov 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: