Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
6 Декабрь 2022, 15:27

Йәштәрҙе ылыҡтырған уҡыу йорто

Бында заман талабына ярашлы һөнәрҙәргә уҡыталар.

Колледж директоры Рита Сәмиғуллина менән уҡытыусы Татьяна Фадеева
Колледж директоры Рита Сәмиғуллина менән уҡытыусы Татьяна Фадеева

Мәләүезгә юл төшкәс, былтыр үҙҙәренең 60 йыллығын билдәләгән күп профилле һөнәрселек колледжы менән танышып сыҡтыҡ. Яңы быуынды йәлеп итерлек яҡшы шарттар тыуҙырылыуы менән һоҡландырҙы уҡыу йорто. Колледж директоры Рита Сәмиғуллина уның үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында һөйләне.

Уҡыу йорто Күмертау тау-механика техникумының филиалы булараҡ үҙ ишектәрен аса. Тәүге уҡыусылар “Аҙыҡ сәнәғәте предприятиеларын йыһазлан­дырыу”, “Шәкәрле матдәләр технологияһы” һөнәрҙәре буйынса ҡабул ителә. Шәкәр заводы ҡасабаһындағы 7-се мәктәптә ике аудитория бүленә һәм киске дәрестәр ойошторола. 1964 йылда филиал Мәләүез аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең киске техникумы итеп үҙгәртелә. Белгестәргә ихтыяж артыу сәбәпле, көндөҙгө бүлек тә ойошторола.

Ваҡыт үтеү менән ул йәнә үҙгәреш кисерә – Һөт сәнәғәте техникумы булараҡ эш башлай. Уҡыу йорто махсус рәүештә Ленин урамында төҙөлгән бинаға күсерелә. Шарттар ҙа иркенәйә: 29 аудитория булдырыла, спорт, тамаша залы, китапхана, ашхана, слесарь-механика оҫтаханаһы эш башлай.

Һуңғараҡ студенттар өсөн автоматлаш­тырылған эш урындары менән Баш­ҡортос­тандағы тәүге компьютер класы ойошторола. Ҡалалағы беренсе персональ IBM компьютеры ла техникумда барлыҡҡа килә.

Шәриф Әбйәлилов етәкселек иткән йылдар уҡыу йорто тарихында матур эҙ һаҡлай: 540 урынға иҫәпләнгән уҡыу-лаборатория корпусы файҙаланыуға тапшы­рыла, ятаҡҡа һәм уҡыу корпусына төкәт­мә, ашхана төҙөлә. Шул йылдарҙа йәнә алты яңы һөнәр буйынса уҡытыу ойошторола.

Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжына әүерелгәс, уға Күгәрсен районының Мораҡ, Күмертау ҡалаһының Маячный, Федоровка районының Дедов ауылдарындағы филиалдар ҙа ҡушыла.

Бөгөнгөһө менән дә ғорурлана уҡыу йорто. Әлеге көндә, филиалдарҙы ла иҫәп­кә алғанда, бында 1400-гә яҡын егет һәм ҡыҙ белем ала. Улар республи­кабыҙҙың 27 ҡала һәм районынан, Мәскәү, Ырымбур, Төмән өлкәләренән, Татарстандан һәм башҡа тарафтарҙан йыйылған. Әйтергә кәрәк, уҡыу йорто әлеге директорынан да уңған – 2017 йылдан алып колледжға Рита Сәмиғуллина етәкселек итә. Был йылдар эсендә лә байтаҡ үҙгәрештәр булған. Иң элек матди-техник базаны яңыртыу хәстәрлеге күрелгән: заманса ҡыйыҡ төҙөлгән, ятаҡта яңы душ бүлмәләре барлыҡҡа килгән, ашхана һәм фойе үҙгәртеп ҡоролған, йылытыу системаһы төҙөкләндерелгән һәм башҡа эш башҡарылған.

Колледж хеҙмәткәрҙәре белем биреү өлкәһендә байтаҡ ҡаҙаныштар тураһында һөйләне. Мәҫәлән, 2020 йылда “Ҡоро төҙөлөш һәм штукатурлау эштәре”, “Бухгалтер иҫәбе”, “Умартасылыҡ” йүнәлеш­тәре буйынса колледж WorldSkills чемпионатын уҙғарыу өсөн республика майҙансығына әүерелгән.

Яңы йыл яҡынлашҡанда үтеп барған осорҙоң һөҙөмтәләрен барлау – электән килгән матур йола. Уҡыу йорто директоры Рита Сәмиғуллина уларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталды.

– Ошо йыл һөҙөмтәле булды. Беренсе­нән, республикабыҙҙы умартасылыҡ йүнәлеше буйынса WorldSkills чемпионатын уҙғарыу майҙансығына әүерелдерҙек. Рәсәй кимәлендәге беренселектең Мәлә­үез­дә уҙғарылыуы – беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Быйыл ярышта илебеҙҙең туғыҙ төбәгенән ҡатнаштылар. Рәсәйҙең “Алтын көҙ - 2022” агросәнәғәт күргәҙмәһендә лә Мәләүез колледжы уңышлы сығыш яһаны, унда “Ауыл хужалығына инновацияларҙы уңышлы индергән өсөн” конкурсында дипломға һәм көмөш миҙалға лайыҡ бул­дыҡ. X WorldSkills милли чемпионатында Башҡортостан исеменән сығыш яһап, “Бухгалтер иҫәбе”, “Ҡоро төҙөлөш һәм шту­катурлау эштәре”, “Умартасылыҡ” компетенциялары буйынса миҙалдар яула­ныҡ, – тип һөйләне колледж директоры.

Әйткәндәй, Рита Мәҙәрик ҡыҙы өсөн дә үтеп барған йыл уңыштары менән иҫтәлекле. Былтырғы йыл аҙағында ул “Башҡортостандың һөнәри белем биреү системаһы лидеры” титулын яулаған, быйыл иһә уға “Башҡортостандың атҡаҙанған һөнәри белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән. “Был миңә тағы ла уңышлыраҡ эшләргә көс-ҡеүәт өҫтәй”, – тине ул, тәьҫораттарын уртаҡлашып. Быйыл район советы депутаты итеп һайланыуы ла эшлекле ханымдың иңенә яңы бурыс һалған. Халыҡты борсоған һорауҙарҙы хәл итеүҙән, башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙа алыуҙан күңел ҡәнәғәтлеге кисерә ул.

Киләһе йылға ҡуйылған маҡсаттар ҙа тос: быйыл дүрт заманса оҫтахана асылған, киләсәктә ошо йүнәлештә эш дауам итәсәк. Шулай уҡ иҡтисадыбыҙ талап иткән яңынан-яңы һөнәрҙәргә уҡытыу, эш биреүселәр менән бәйләнеште нығытыу ҙа төп бурыстар рәтендә.

Мәләүез колледжын тамамлаған йәш белгестәрҙең һәр береһе үҙ өлкәһендә илебеҙгә файҙалы кешеләр булып хеҙмәт итерҙәренә ышанабыҙ.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас: