Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
9 Декабрь 2022, 12:25

Донъяның бер илендә лә ундай программа юҡ

2022 йылда 75 төбәктә 1100 мәктәп ремонтланған

bashkortostan.er.ru
Фото:bashkortostan.er.ru

“Берҙәм Рәсәй” һәм Мәғариф министрлығының берлектәге видеокәңәшмәһендә 2022 йылда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре һәм 2023 йылға пландар тикшерелде. Сарала объекттарға беркетелгән депутаттар һәм райондарҙағы ата-әсәләр штабы вәкилдәре ҡатнашты.

 

Меңдән ашыу мәктәп ремонтланасаҡ

 

– Әле ошо программа буйынса 1100 бина ремонтланған. Асылда, хәҙер улар – яңырған дөйөм белем биреү учреждениелары. Ҡалған 15 миллиард һум аҡсаға тағы ла 600 мәктәп ремонтланған. Айырым билдәләп үтергә теләйем, Ҡалмыҡ, Удмурт республикаларында һәм Тула өлкәһендә биш мәктәп бинаһында капиталь ремонт та­мамланмаған. “Берҙәм Рәсәй” тарафынан ошо объекттарҙы куратор итеп билдәләгән депутаттарҙан был мәктәптәрҙә ремонт эштәренең тамамланыуын күҙәтеүҙәрен һора­йым, – тине ултырышта Рәсәй мә­ғариф министры Сергей Кравцов.

Үҙ сиратында, “Берҙәм Рә­сәй”ҙең Генераль советы секретары Андрей Турчак билдәләүенсә, тағы ла бер нисә төбәктә программа күрһәткестәрен үтәүҙә артта ҡалыу күҙәтелә.

– Яҡын арала ул төҙәтелер. Был Байкал аръяғы крайы, Курск, Новосибирск һәм Псков өлкәләре. Был төбәктәрҙә һәр объект өсөн тәғәйенләнгән депутаттар эшләй. Башлыҡтар менән даими бәйлә­нештәбеҙ. Йыл аҙағына тиклем объекттарҙа бөтә эш тамамланыр, тип ышанам. Тотҡарлыҡтарҙың сәбәптәрен айырым асыҡларға кәрәк, – тине Андрей Турчак.

Сергей Кравцов программаны үтәмәгән подрядсы ойошмаларҙың реестрын төҙөүҙе һораны, улар киләсәктә конкурста ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк.

Генераль совет секретары билдәләүенсә, киләһе йылда бөтә ил буйынса 1,5 меңдән ашыу мәктәп ремонтланасаҡ. “Берҙәм Рәсәй” тейешле финанслауҙы федераль бюджетҡа һалған. Төбәк бюджеттарында иһә программаны берлектә финанслау ҡаралған.

Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау буйынса ғаризалар йыйыуҙа яңы биләмәләр ҙә ҡатнашасаҡ – Генераль совет секретары Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкә­ләрендә “Берҙәм Рәсәй” төбәк бүлексәләренә тейешле күрһәт­мәләр бирҙе. Был биләмәләрҙә мәктәп биналары оҙаҡ йылдар ремонтланмаған һәм махсус хәрби операция башланғас, уларҙың күбеһе Украина Ҡораллы Көстәре тарафынан утҡа тотолған.

– Беҙҙең яңы төбәк бүлексә­ләренең киләһе йылға ғаризалар йыйыуҙа, ремонт талап иткән мәктәптәргә ихтыяжды иҫәпләүҙә әүҙем ҡатнашыуы бик мөһим. Федераль министрлыҡ һәм Хөкүмәт был ғаризаларҙы оператив рәүештә ҡарап сығыр, уларҙы хуплар һәм башҡарыуға ҡабул итер, тип ышанам, – тине Андрей Турчак.

 

Бурыс түгел, ә хоҡуҡ

 

Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” тәҡ­диме менән яңы йылдан тотонолмай ҡалған бюджет аҡсаһы мәктәптәрҙе өҫтәмә капиталь ремонтлауға йүнәлтелеүе бар. Бюджет кодексына индерелгән төҙәтмәләр Хөкүмәткә бындай аҡсаларҙы төбәктәрҙең юллауы буйынса йүнәлтеү хоҡуғын бирә.

– 1 ғинуарҙан Хөкүмәттең ошондай мөмкинлеге буласаҡ, әммә ул бурыс түгел, ә хоҡуҡ. Уның өсөн көрәшергә кәрәк. Был – беҙ шөғөлләнәсәк ҙур уртаҡ эш, – тине Генераль совет секретары.

Мәғариф министры Сергей Крав­цов билдәләүенсә, мәктә­п­тәрҙе капиталь ремонтлау программаһы ысын мәғәнәһендә халыҡтыҡына әйләнгән.

– Капиталь ремонт програм­маһы “Берҙәм Рәсәй” халыҡ про­грам­маһының бер өлөшө булып тора һәм тура мәғәнәлә халыҡты­ҡына әйләнде, сөнки ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа проект проекттарында ҡатнаша һәм эште бөтә этаптарҙа ла күҙәтә. Донъяның бер илендә лә ундай программа юҡ, – тине министр.

Мәғариф министрлығы проектты тормошҡа ашырыуҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең ғәмәлдәге ярҙамын тоя, тип билдәләне ул.

Һүҙҙе йомғаҡлап, “Берҙәм Рә­сәй” Генераль советы секретары йыл аҙағында билдәләнгән ваҡытта капиталь ремонт буйынса эш баш­ҡармаған һәм “ҡыҙыл” зонала тор­ған төбәктәрҙе тыңларға тәҡдим итте.

– Төбәк башлыҡтарын, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәләре секретарҙарын тыңларға тәҡдим итәм. Хеҙмәттәштәребеҙ декабрь аҙағына тиклем “ҡыҙыл” зонанан сыҡһа, беҙ уларҙы саҡырмайбыҙ. Ә унда ҡалһалар, бындай күңелһеҙ һөҙөмтәләргә нисек өлгәшкәндәрен тотош илгә һөйләрҙәр. Ошо тәжрибә ярҙамында Президент ҡуйған бурысты үтәйәсәкбеҙ, тип ышанам. Етешһеҙлектәрһеҙ һәм сифатты, графиктарҙы боҙма­йынса, – тип тамамланы Андрей Турчак.

Үҙ сиратында, Башҡортостанда “Яңы мәктәп” проекты координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Рәил Әсә­ҙуллин хәбәр итеүенсә, партия проектына ярашлы ремонтланған мәктәптәр һаны буйынса Башҡорт­остан Рәсәйҙә икенсе урында тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Берҙәм Рәсәй” партияһы Мәғариф министр­лығы менән берлектә тормошҡа ашырған мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы халыҡ программаһына индерелгән һәм ул 2021 йылда партия съезында Рәсәй Президенты тәҡдиме менән индерелгән. Унда 7300-гә яҡын мәктәп ҡатнаша. Эштең бөтә этаптары, проекттан алып тапшырыуға тиклем, төбәктәрҙә “Берҙәм Рәсәй” һәм Мәғариф министрлығы булдырған ата-әсәләр штабы тарафынан контролдә тотола.

Рәил ӘСӘҘУЛЛИН, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе:

 

– Башҡортостанда бөтә­һе 80 объект тәҡдим ител­гән, шуларҙың 63-ө быйыл тамамланған, 17-һе ике йылға иҫәпләнгән. Уларға бөтәһе ете миллиард һум самаһы күләмдә федераль аҡса бүленгән. Мәктәп инфра­структураһын яңыр­тыу программаһы алты йүнәлеште күҙ уңында тота, улар “Берҙәм Рәсәй” халыҡ программаһының пункттары булып тора. Проектты тормошҡа ашырыу федераль, шулай уҡ төбәк структураларының етди контролендә үтте. Шулай уҡ “Яңы мәктәп” проекты нигеҙендә эш комиссияһы булдырылған, уның составына партия әүҙемселәре, Йәмәғәт советын ойоштороусылары, Мәғариф һәм фән министрлығы вәкил­дәре, район мәғариф идара­лыҡтары инә.

Төбәк парламенты депутаттары муниципаль власть органдары вәкил­дәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ата-әсәләр һәм балалар менән берлектә урындарҙа төҙөлөш барышын күҙәтеп барҙы, мәктәптәрҙең дизайнын тикшерҙе. 2023 йылда дөйөм белем биреү ойош­маларының бөтәһе 134 бина­һын яңыртыу планлаштырыла. Төҙөлөш эштәре һәм ҡорамалдары өсөн федераль бюджеттан 6,182 миллиард һум бүлеү ҡа­ралған. Был аҡсаны Рәсәй Федерацияһы Мәғариф ми­нистрлығы ме­нән килешеүгә ҡул ҡуйғас, федераль бюджетты раҫ­лағас, 2022 йылдың де­кабрендә республика бюджетына һалыу планлаштырыла, – тине Рәил Әсәҙуллин.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: