

Бүрәт Республикаһының баш ҡалаһы Улан-Удэла педагогия колледждары, институттар һәм университеттар студенттары араһында "Туған тел дәресе" IV Халыҡ-ара һөнәри оҫталыҡ конкурсы тамамланды.
“Сайт интерактивлығы” исемле махсус номинацияла Өфө университеты Сибай филиалының “Педагогик белем биреү (ике профилле әҙерлек менән: сит ил теле, рус теле һәм әҙәбиәте)” йүнәлешендәге педагогия факультетының 4-се курс студенты Айгөл Әхмәтова еңеүсе булды.
Конкурста Рәсәйҙең 22 төбәгенән 62 студент, шулай уҡ Монголия, Ҡытай Халыҡ Республикаһы вәкилдәре ҡатнашҡан. Ярыш өс этаптан торған: интерактив ҡорамалдар ҡулланып туған тел дәресендә фрагмент үткәреү (яңы белем асыу этабы), ата-әсәләр өсөн уҡытыу интерактивын әҙерләү һәм үткәреү, уҡытыусының шәхси сайты өсөн материал әҙерләү һәм урынлаштырыу.
Башҡортостан студенты конкурстың бөтә этаптарында ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, “Сайт интерактивлығы" махсус номинацияһында еңеүсе булды. Быға ғәжәпләнәһе түгел, сөнки ул бер үк ваҡытта төрлө өлкәләрҙә уңышлы эшләп килә: яҡшы уҡыуҙы әүҙем ғилми-тикшеренеү менән бергә алып бара, рус, башҡорт, сит ил филологияһы кафедраһының "Полиглот" ғилми түңәрәге рәйесе булып тора.
"Минең әсәйем – башланғыс кластар уҡытыусыһы, шуға күрә бала саҡтан ошо һөнәр тураһында хыялландым. Уҡытыусы ғына түгел, ә балалар өсөн яҡшы остаз булырға теләйем. Мине “Туған тел дәресе” конкурсы шунда уҡ ҡыҙыҡһындырҙы. Ул халыҡ-ара кимәлдәге ярышта беренсе тапҡыр ҡатнашыу тәжрибәм булды. Өҫтәүенә, тормош кредом - “Уңыш ҡыйыуҙарға йылмая”. Һәм ата-әсәләр өсөн уҡытыу интерактивын, шәхси сайтты яҡлау стратегияһын әҙерләй башланым. Өс көн дауамында онлайн-режимда (Сферум платформаһы) беҙ, ҡатнашыусылар, үҙенсәлекле идеялар һәм табыштарыбыҙ менән уртаҡлаштыҡ. Күп нәмәгә өйрәндем, үҙемде хәҙерге заман уҡытыусыһы ролендә һынап ҡараным. Хеҙмәтемдең шул тиклем юғары баһаланыуына, еңеүселәрҙең эштәренең конкурстың рәсми электрон йыйынтығында баҫылыуына бик шатмын”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Айгөл Әхмәтова.
Уны ысын күңелдән еңеүе менән ҡотлайбыҙ, яңы уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ: Өфө фән һәм технологиялар университеты сайты.