Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
12 Декабрь 2022, 22:15

Ә ялыуҙар кәмей!

Мәктәптә туҡланыу сифаты яҡшыра.

Ә ялыуҙар кәмей!
Ә ялыуҙар кәмей!

12 декабрҙә республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.

– Төбәктә белем биреү учреждениеларында дөйөм туҡланыу эшен баһалау буйынса системалы эш төҙөлдө. Ул республиканың Социаль туҡланыу идаралығы белгестәренең даими күсмә тикшереүҙәрен дә үҙ эсенә ала, – тип билдәләне Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев. – 2022 йылдың ғинуарынан декабренә тиклем тикшереүселәр 683 тапҡыр мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, дауаханаларға барған, уларҙың 123-ө - халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса.

Министр мәктәптә туҡланыу сифатының түбән булыуының йыш осраған сәбәптәрен атаны. Улар иҫәбендә – ашнаҡсыларҙың “күҙ менән самалап” әҙерләгәндә аш-һыу әҙерләү технологияһын үтәмәү, түбән сифатлы продукция ҡулланыу, аҙыҡ-түлекте һаҡлау шарттарын боҙоу.

– Дөйөм алғанда, 2022 йылда ойошторолған күсмә тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар һаны һиҙелерлек кәмене, – тип билдәләне Алексей Гусев. – Мәҫәлән, аш-һыу әҙерләү технологияһын үтәмәү осраҡтары 2021 йылда 64 проценттан быйыл 36 процентҡа тиклем аҙайҙы. Асыҡланған сифатһыҙ продукция күләме 66 процентҡа кәмене.

2021 йылдан төбәктә туҡланыу сифатын мониторинглауҙың күп кимәлле системаһы яйға һалынған. Уның һөҙөмтәләре “Башҡортостан Республикаһының берҙәм белем биреү мөхите” системаһында сағыла. Фактик менюның планға тап килеүе, ризыҡ биреү температураһы, өҫтәлдәрҙе ваҡытында әҙерләү, өлөштәрҙең ауырлығы анализлана. Балаларҙы туҡландырыу өсөн ниндәй продукцияның ҡулланылыуы хаҡында ата-әсәләр, тейешле QR-кодтарҙы сканер аша үткәреп, белә ала. Улар мәктәп сайттарының махсус бүлектәрендә урынлаштырыла. Шулай уҡ дөйөм белем биреү учреждениеларында комиссиялар яңыртылған.

– Асыҡлыҡ сәйәсәте ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Иҫкәрмәләр менән бер рәттән ыңғай баһа ла күберәк, – тине Алексей Гусев.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре етәкселәренә мәктәп ашханаларының эшен шәхсән тикшерергә ҡушыуы тураһында иҫкә төшөрҙө.

– Был эштә контроль кәрәк. Ул саҡта барыһы ла яҡшы буласаҡ, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: