Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
13 Декабрь 2022, 16:40

Бер төбәктән – ике еңеүсе

Уңған тәрбиәселәргә уңыш юлдаш.

“Янаульские зори” гәзите.
Фото:“Янаульские зори” гәзите.

XБөтә Рәсәй “Рәсәй тәрбиәселәре” конкурсы­ның төбәк этабында Яңауылдан бер юлы ике тәрбиәсе – Гөлназ Вәлиева менән Инга Ардуғанова еңеү яуланы.

Инга Ардуғанова 9-сы “Миләшкәй” балалар баҡсаһында физик тәрбиә инструкторы булып эшләй. Ул конкурстың “Сәләмәтлекте һаҡлауға йүнәлтелгән белем биреү технологияларын ҡулланып эшләгән иң яҡшы тәрбиәсе” номинацияһында билдәләнгән.

Инга Рәзим ҡыҙы 17 йыл дауамында кескәйҙәрҙе спортҡа ылыҡтыра, уларға сәләмәт тормош алып барыу йәһәтенән тәүге белемде бирә. Иртәнге гимнастика, аэробика, саф һауалағы күнекмәләр балаларға ныҡ оҡшай. Үҙенең тәрбиәләнеүселәре менән төрлө конкурстарҙа алдынғы урындар ҙа яулап торалар. Бәләкәстәр “Беҙ – гагаринсылар” республика олимпиадаһында, район ярыштарында теләп ҡатнаша. 

Икенсе еңеүсе Гөлназ Вәлиева 8-се “Ҡәнәферкәй” балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын лайыҡлы башҡара. Ул “Уңышлы етәксе” номинацияһында билдәләнгән. Әйткәндәй, Гөлназ Рифат ҡыҙының етәкселек тәжрибәһе лә тос ҡына – 12 йыл. Алдынғы ҡарашлы мөдир белемен камиллаштырыуға, үҙен төрлө яҡлап үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә: белем биреү менеджеры, уҡытыусы-логопед, дефектолог квалификацияларына эйә. Хеҙмәтен ихлас яратҡан, эшһөйәр, берҙәм коллектив туплауға өлгәшкән Гөлназ Рифат ҡыҙы коллективта ла, ата-әсәләр араһында ҙур хөрмәт яулаған.

Яңауылдың уңған педагогтарына артабан да уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас: