Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеселегендә уҙған Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында “Башҡортостанда фән һәм технологиялар үҫеше” дәүләт программаһын көнүҙәкләштереү тураһында һорауҙар ҡаралды. Премьер-министр билдәләүенсә, республика ҙур фәнни-производство потенциалы булған эре үҙәк статусын раҫланы. Шуға ла фәнни һәм белем биреү ойошмаларына ярҙам итеү, төбәктә фәнде үҫтереү мөһим.
- Һуңғы ике йылда фәнгә ярҙамға федераль бюджеттан 3,5 миллиадтан ашыу аҡса бүленде, республика бюджетынан – 465 миллион һум. Фән һәм юғары белем өлкәһендәге саралар “Башҡортостанда фән һәм технологиялар үҫеше” дәүләт программаһында беркетелгән. Әлеге көндә уға үҙгәрештәр ҙә индерелә, - тине Андрей Назаров.
Был һорау буйынса доклад менән Республика фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Дәминев сығыш яһаны. Ул дәүләт программаһының маҡсатына өлгәшеү, республиканың фәнни-техник һәм инновация потенциалын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү өсөн яңы саралар кәрәклеген билдәләне. Ошо сәбәпле, сараларҙы төҙәтеүгә үҙгәрештәр индереү кәрәклеге барлыҡҡа килде.
Был һорауҙы ҡарағандан һуң, Андрей Назаров республика Хөкүмәте ҡарары проектын хупланы һәм Фәндәр академияһына, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына 2023 йылдың 1 ноябренә тиклем яңы дәүләт программаһын әҙерләү тураһындағы мәғлүмәтте еткерергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.