“Артек”та үткән “Ҙур тәнәфес” конкурсының финалында Башҡортостан уҡыусылары йылдың-йылы уңышлы сығыш яһап килә. Быйыл да республика командаһы 23 призлы урын яулап ҡайтты. Улай ғына түгел, Башҡортостан уҡыусылары командаһы 86 төбәк араһынан иң яҡшы бишәү иҫәбендә билдәләнде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се гимназияһы уҡыусыһы Карина Башмакова бер миллион һум күләмендәге грантҡа лайыҡ булған. Ул – бөтә Рәсәй буйынса 11-се кластар араһында билдәләнгән 300 еңеүсенең береһе. Премияны ҡыҙ белем алыуға йүнәлтергә йыйына, был аҡсаны репетиторҙар менән шөғөлләнеү, онлайн-мәктәптәрҙә уҡыу өсөн тотонорға мөмкин.
“Ҙур тәнәфес”тә ҡатнашыусылар 12 йүнәлештең береһен һайлау мөмкинлегенә эйә. Карина журналистика йүнәлешен үҙ иткән.
– Үҙ мөмкинлегеңде төрлө йүнәлештә һынап ҡарап була ине. Башта мин балаларҙы финанс грамотаһына өйрәткән ҡушымта эшләнем. Конкурс – ул яңы тәьҫораттар һәм мөмкинлектәр. “Ҙур тәнәфес”тә яңы кешеләр, фекерҙәштәр, партнер булырлыҡ тиңдәштәрем менән таныштым. Шулай уҡ тормошта үҙ урынын табып, уңыш серен ихлас уртаҡлашҡан кешеләр менән аралашыуҙан илһам-дәрт алдым, – ти Карина Башмакова.
Ишембайҙан ҡатнашыусылар үҙҙәренең белем усағына ике миллион һум аҡса килтергән: “Ҙур тәнәфес”тең бөтә этаптары йомғаҡтары буйынса Ишембай ҡалаһының 12-се лицейы Рәсәйҙең 30 иң яҡшы мәктәбе исемлегенә ингән һәм ярайһы уҡ ҙур суммалағы грант алыуға өлгәшкән. Уны ниндәй маҡсатта тотоноу мәсьәләһен лицей етәкселеге еңеү яулаған уҡыусылар менән бергә хәл итәсәк.
Әйтергә кәрәк, ошондай һөҙөмтәләргә теләге булған һәр мәктәп уҡыусыһы өлгәшә ала. Бына Октябрьский ҡалаһындағы 3-сө мәктәп уҡыусыһы Алмас Ғилфанов нимә тип һөйләй:
– Конкурс хаҡында үҙемдең таныш ҡыҙҙан белдем, ул 2020 йылда уҙғарылған тәүге миҙгелдә еңеүсе булғайны. Шул ваҡытта миндә лә ҡатнашыу, үҙ көсөмдө һынап ҡарау теләге уянды һәм маҡсатыма өлгәштем: былтыр “Ҙур тәнәфес”тең еңеүсеһе булдым. Иҫ киткес тәьҫораттар алып ҡайттым, яңы таныштар, белем, тәжрибә алдым. Әле Х класта уҡыйым, минең тағы берҙе ҡатнашыу мөмкинлегем бар. Был конкурс ниндәйҙер айырым өлкә йәки фән буйынса белем талап итмәй, шуға күрә ул һәр үҫмер алдында мөмкинлектәр аса. Былтыр яулаған аҡсаға техника һатып алып, үҙебеҙҙең Октябрьский ҡалаһындағы “Асыҡ йөрәк” ирекмәндәр отряды менән берлектә изге проектты тормошҡа ашырыуға өлгәштем.
Башҡортостандың тағы бер еңеүсе уҡыусыһы Әлимгәрәй Ибраһимов үҙ аҡсаһына фото һәм видео төшөрөү ҡорамалдары һатып алырға, ошо тармаҡ буйынса түләүле курста уҡырға теләй.
– “Ҙур тәнәфес” миңә шул тиклем ҙур ышаныс өҫтәне. Хәҙер үҙемдең мөмкинлектәремде беләм, хыялдарымдың тормошҡа ашырына ышанам! – ти үҫмер.
Бөтә Рәсәй “Ҙур тәнәфес” конкурсы “Мәғариф” милли проектына ярашлы үткәрелә. Уның ойоштороусылары – Рәсәйҙең Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле”, “Ҙур тәнәфес” автономиялы коммерцияға ҡарамаған йәмғиәттәре һәм Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте. Конкурс РФ Мәғариф министрлығы, РФ Фән һәм юғары белем биреү министрлығы булышлығында үтә. Башҡортостанда “Ҙур тәнәфес” конкурсының логистикаһы менән “Аврора” Балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен һәм таланттарын асыҡлау, яҡлау һәм үҫтереү төбәк үҙәге шөғөлләнә.
– Конкурстың тәүге этабының эштәре өйҙә үҙаллы башҡарыла. Артабан балалар ярымфиналға саҡырыла, бында инде уларға лидерлыҡ сифаттарын күрһәтеү бурысы тора. Ә финал, традицияға ярашлы, “Артек” лагерында үтә, – тип аңлатма бирҙе “Аврора” үҙәге директоры урынбаҫары Дарья Заозерская.
Ғөмүмән, “Ҙур тәнәфес” балаларға төрлө яҡлап үҙеңде һынап ҡарарға, командала эшләргә һәм бер үк ваҡытта лидерлыҡ сифаттарыңды танытырға, тейешле ҡарар ҡабул итә белергә, яуаплылыҡ тойорға өйрәтә.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА