Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткән ултырышта Хөкүмәттең белем биреү сертификаттарын биреүгә ҡағылышлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү раҫланды.
Премьер-министр билдәләүенсә, бөгөн республиканың хеҙмәт баҙары тотороҡло. Быйыл август-октябрҙә Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса эшһеҙлек кимәле өс процент тәшкил иткән. Республика был күрһәткес йәһәтенән дөйөм Рәсәй (3,8 процент) һәм Волга буйы федераль округы буйынса уртаса күрһәткес (3,8 процент) менән сағыштырғанда ыңғай зонала тора. Санкция саралары ғәмәлдә булған шарттарҙа мәшғүллекте һаҡлауҙа Халыҡты эш менән тәьмин итеү кимәлен һаҡлау буйынса план саралары ҙур роль уйнаны. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса өҫтәмә саралар тормошҡа ашырылды, был эштәр федераль бюджеттан финанслау иҫәбенә лә алып барылды.
- Ошо саралар һөҙөмтәһендә 204 мең кешене эшкә урынлаштырҙыҡ йәки эш урындарын һаҡлап ҡалдыҡ. Был пландан ике тапҡырға күберәк. Шул уҡ ваҡытта эш биреүселәр һәм инвесторҙар яңы кадрҙарға ихтыяж ҙур булыуын белдерә. Беҙгә уны оператив ҡәнәғәтләндереү мөһим. Быға белем биреү сертификаттары ла миҫал булып тора. Республикала был сара бишенсе йыл тормошҡа ашырыла һәм граждандар уны ыңғай баһалай. 2018 йылдан башлап белем биреү сертификаттарын республиканың 1,9 мең самаһы гражданы алды һәм улар буйынса уҡыу үтте, шуларҙың 440-ы – ағымдағы йылда, - тине Андрей Назаров.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әҙерләгән ҡарар проектына ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға белем алыуға 50 мең һумлыҡ суммалы сертификат тапшырыла.
- Әгәр граждандарҙың башҡа категориялары өсөн белем биреү сертификаты күләме 20 мең һум тәшкил итһә, яугирҙәр өсөн махсус рәүештә 50 мең һумға тиклем арттырырға булдыҡ, - тип билдәләне министр Ленара Иванова.
Ошо ҡарарҙы ҡабул итеү 2023 йылда өҫтәмә финанслау талап итә. Алдан раҫланған параметрҙар буйынса, 400 белем биреү сертификаты тапшырыу планлаштырылғайны һәм төбәк бюджетында дүрт миллион һум күләмендә финанслау ҡаралғайны. Яңы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 200 белем биреү сертификаты (һәр береһе 50-шәр мең һум) һәм башҡа граждандар категориялары өсөн 500 белем биреү сертификаты (20-шәр мең һум) биреүҙе ойоштороу күҙаллана. Шулай итеп, финанслауға өҫтәмә 16 миллион һум аҡса талап ителә.
Яңы ҡарар проекты тағы ла бер нисә мөһим үҙгәреште күҙ уңында тота. Хәҙер белем биреү сертификатын алыу өсөн халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре аша ғына түгел, ә төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла ғариза бирергә мөмкин. Белем биреү ойошмалары күрһәткән хеҙмәттәргә сығымдарҙы ҡаплау тәртибе лә үҙгәрҙе. Яңы ҡарарға ярашлы, сығымдар уҡыуҙы үткәргән белем биреү ойошмаларына субсидиялар биреү юлы менән мәшғүллек үҙәктәре менән ҡапланасаҡ (элек сығымдар гражданға туранан-тура ҡайтарыла ине).
Мәсьәләне ҡарау йомғаҡтары буйынса Премьер-министр республика Хөкүмәте ҡарары проектын хупланы.
Белешмә өсөн:
Әлеге ваҡытта 200-гә яҡын белем биреү ойошмаһы һәм алты мең самаһы уҡытыу программаһы бар, башлыса ҡыҫҡа мөҙҙәтле (алты айға тиклем). Белем биреү ойошмаларын һәм уҡытыу программаларын граждан үҙаллы һайлай.
Белем биреү сертификатын алыуға хоҡуҡлы:
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе һәм мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған эшләмәгән граждандар; эшһеҙ булараҡ мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән граждандар; өс йәше тулғансы бала ҡарау буйынса отпускта булған ҡатын-ҡыҙҙар; Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһы тәғәйенләнгән һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген тергеҙергә теләгән граждандар.
Эш эҙләүҙә ҡыйынлыҡ кисергән граждандар өҫтөнлөклө тәртиптә белем биреү сертификаты алыу хоҡуғына эйә.
Фото: shansonline.ru