Башҡорт теле көнөндә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев республиканың дөйөм белем биреү ойошмаларының, урта махсус уҡыу йорттарының һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән осрашыу үткәрҙе.
Сараны асып, Парламент рәйесе тел сәйәсәтен көйләгән республика ҡануниәте тураһында һөйләне.
– Республиканың бөтә ҡануниәте кеше һәм граждандың милләтенә, теленә, сығышына ҡарамайынса, хоҡуҡтарының һәм азатлығының тигеҙлеге тураһындағы конституцион положениены сағылдыра. Унда граждандарҙың этномәҙәни, тел һәм дини үҙенсәлектәрен һаҡлауға, үҫтереүгә, күрһәтеүгә хоҡуғын тәьмин итеү ҙә сағылыш тапҡан. Республика Конституцияһында һәр кемдең туған теленән файҙаланыуға, аралашыуға, тәрбиәгә, уҡытыуға, ижад менән шөғөлләнеүгә хоҡуғы нығытылған. Ҡануниәт граждандарға Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм халыҡтары телдәрен өйрәнеүгә хоҡуҡ бирә, – тине Константин Толкачев.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе билдәләүенсә, Башҡортостан башҡорт халҡының тарихи, мәҙәни үҫеш үҙәге булып тора.
– Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 57-се статьяһында был һығымта сағылыш тапты: “Башҡортостан Республикаһы башҡорт халҡының һәм Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәгән башҡа халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы, мәҙәниәтен үҫтереүҙе тәьмин итә”. Яңыртылған Рәсәй Конституцияһы положениелары юҫығында республика Конституцияһына мәҙәниәткә ярҙам һәм уны һаҡлау, этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлау, милли мәҙәниәтте, телде үҫтереүгә булышлыҡ итеү, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың үҙенсәлеген һаҡлау тураһында нормалар индерелде. Конституция положениеларын аныҡлау “Мәғариф тураһында” һәм “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы республика закондарында сағылыш тапты, – тине Константин Толкачев.
Парламент Рәйесе уҡытыусыларҙы байрам менән ҡотланы, республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәренә, ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләне һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылынан 3-сө “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, уҡытыусы Әлфиә Баймырҙина, Өфө районының Шамонин ауылынан “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Лилиә Сыңғыҙова, Баймаҡ ҡалаһы 4-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Сирбаева, Дүртөйлө ҡалаһының Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытусыһы Руфина Камалова, Өфө ҡалаһындағы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәйрүзә Үтәбаева, Өфө ҡалаһы 21-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Сафина, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Римма Тимербулатова, Өфө йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт етештереүе колледжының башҡорт теле уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Заһиҙә Рәхмәтуллина, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Светлана Тимерғәлиева, 2-се “СМАРТ” республика күп профилле полилингваль гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөнир Ҡарабаев кеүек туған телде үҫтереүгә тос өлөш индергән бер төркөм уҡытыусыларға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Уҡытыусылар менән осрашыуҙа шулай уҡ парламенттың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин, комитет рәйесе урынбаҫары Әлфис Ғаязов, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов ҡатнашты. Осрашыу барышында башҡорт телен уҡытыуҙың һәм үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде.
Светлана ТИМЕРҒӘЛИЕВА, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– 24 йыл мәктәптә уҡыттым, әле ике йыл колледжда эшләйем. Еңел тип әйтеп булмай, һәр ерҙә лә ҡатмарлыҡтар бар. Колледждағы студенттар күпкә етди.
Минең атайым Иван булһа ла, үҙем Ишембай районының Иҫәкәй мәктәбендә уҡыным. Башҡорт мөхитендә үҫтем һәм йәшәйем.
Ҡайһы бер балалар мәктәптән үк, башҡорт теле колледжда уҡытылмай, тип уйлап килә, әммә беҙҙә ул ике йыл өйрәтелә, ҡайһы бер курстарҙа өсөнсө йылда ла дауам ителә. Шуға ла мәктәптә туған телде белеү һәм уны өйрәнеүҙең артабан тормошта кәрәклеген балаларға аңлатырға кәрәк.
Фәйрүзә ҮТӘБАЕВА, Өфө ҡалаһы Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы:
– Хәҙер "Тормош һабаҡтары", "Башҡортостан тарихы" кеүек дәрестәр юҡ, шуға ла беҙ үҙебеҙ тарихсыға әйләнеп бөттөк. Телде өйрәтеү генә етмәй бит, уны урындағы ерлеккә, тарихҡа бәйләп алып барырға кәрәк. Шул саҡта ғына балала тыуған ергә, телгә һөйөү уятырға мөмкин.
Автор һәм vk.com/club фотолары.