Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Декабрь 2022, 16:30

«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Роснефть – Өфө дәүләт нефть техник университеты» ғилми-белем биреү үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты

«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты
«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты

Бөгөн, 19 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Роснефть – Өфө дәүләт нефть техник университеты» ғилми-белем биреү үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Ул юғары уҡыу йортоноң яңыртылған тау-нефть факультеты корпусы нигеҙендә булдырылды.

Үҙәк яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған, дөйөм майҙаны 6 мең квадрат метрға тиң биш ҡатлы бинала урынлашҡан. Бында йыл һайын 800-ҙән ашыу студент һәм аспирант шөғөлләнәсәк. Уҡыу процесы разведка һәм быраулау өлкәһендә – 14, ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү һәм файҙаланыу буйынса 12 лабораторияла, һанлы модель әҙерләүҙең һигеҙ класында һәм ике техносфера хәүефһеҙлеге лабораторияһында ойошторола.

Тантана барышында Башҡортостан Башлығы юғары уҡыу йорто коллективын яңыртылған корпус асылыу менән ҡотланы һәм «Роснефть» компанияһына инновация проектын тормошҡа ашырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бөгөн республика һәм бөтә ил сәнәғәте өсөн бик мөһим ваҡиға. Өфө дәүләт нефть техник университеты – Рәсәйҙең яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн белгестәр әҙерләгән төп университеттарының береһе, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Фән һәм етештереү араһында тығыҙ бәйләнеш булдырабыҙ. «Роснефть» компанияһының заманса белем биреү базаһын үҫтереүгә инвестициялары ҙур әһәмиәткә эйә. Компания етәкселегенә был үҙәкте ойоштороу буйынса проектты ғәмәлгә ашырыуҙары өсөн рәхмәт белдерәм. Уның ярҙамында юғары уҡыу йорто студенттары производствола кәрәкле белем һәм оҫталыҡ аласаҡ.

«Башнефть» акционерҙар компанияһының генераль директоры Андрей Лазеев компанияның республиканың һөнәри белем биреү системаһы менән күптәнге бәйләнешен билдәләне.

- Предприятиелар менән университеттар араһындағы кооперация – ул, һис шикһеҙ, юғары технологиялы производство үҫешендә төп момент, - тине ул. - «Башнефть» республика вуздары менән күптән хеҙмәттәшлек итә. Хәҙерге ысынбарлыҡ юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙе талап итә. Фәнни-белем биреү үҙәген асыу – уларҙы әҙерләү өсөн ҡеүәтле нигеҙ булдырыу. Уҡытыусылар коллективына һәм студенттарға уңыштар теләйем.

Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин үҙәктең эш перспективалары хаҡында һөйләне һәм барыһын да яҡынлашып килгән яңы йыл байрамдары менән ҡотланы.

– Бөгөнгө ваҡиға – университетыбыҙ өсөн ҙур байрам. Был – Башҡортостан нефтенең 90 йыллығы йылын яҡшы яңылыҡ менән тамамлау. Яңыртылған корпусты 45 йыл элек «Башнефть» булышлығында төҙөгәндәр. Бөгөн беҙ хеҙмәттәшлек сифатын күтәрәбеҙ, - тип билдәләне Олег Баулин. - Юғары уҡыу йорто коллективы исеменән республика һәм «Роснефть» етәкселегенә ғилми-белем биреү базаһын яңыртыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Киләһе йылда Өфө дәүләт нефть техник университеты үҙенең 75 йыллығын билдәләй. Яңы үҙәк яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн мөһим майҙансыҡҡа әйләнәсәк.

Тантананан һуң Башҡортостан Башлығы һәм абруйлы ҡунаҡтар яңыртылған белем биреү киңлеге мөмкинлектәре менән танышты. Радий Хәбиров шулай уҡ уҡытыу быраулау полигонын ҡараны. Унда заманса автоматлаштырылған гидравлик быраулау асҡысы монтажланған.

– Үҙәк фән менән етештереүҙе яҡынайтыу бурысын үтәй. Бында производствола нимә эшләргә кәрәклеген аңларлыҡ белгестәр әҙерләнә. Һәм әлбиттә, йәштәрҙең бында һанлы технологияларға нигеҙләнгән нефть сығарыуға һәм эшкәртеүгә заманса алымдарға өйрәнеүе бик мөһим, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.   

Республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә үҙәк асылыуға бәйле яҙма менән уртаҡлашты. 

«Бындай лабораторияларҙа студенттар – уҡырға, ә уҡытыусылар эшләргә теләй. Был – фәнни фекер менән етештереүҙең үҙ-ара бәйләнешенең, кадрҙарҙы дөрөҫ әҙерләүҙең асыҡ миҫалы. Бөгөн беҙ партнерыбыҙ – «Башнефть» компанияһы менән Өфөлә «Роснефть – Өфө дәүләт нефть техник университеты» ғилми-мәғариф үҙәген астыҡ.  

Бында ҡеүәтле матди база булдырылған, заманса майҙансыҡтар йыһазландырылған. Студенттарҙы, дипломдар алғас та, эш биреүселәр теләп эшкә ала. Улар юғары уҡыу йортонан яҡшы белгестәр булып сыға.

Бындай үҙәктәр иҡтисадтың реаль секторын нығыта. «Башнефть» компанияһы партнерына һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт. Өфө дәүләт нефть техник университеты командаһына яҡшы эшләгәне, киләсәк тураһында уйлағаны өсөн рәхмәт.

Барығыҙға ла уңышлы аҙна!» – тип яҙҙы Радий Хәбиров.  

Сығанаҡ һәм фотолар: vk.com/radiyhabirov

 glavarb.ru

«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты
«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты
«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты
«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты
«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты
«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты
«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты
«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты
«Роснефть» Өфөлә ғилми-белем биреү үҙәген асты
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: