Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Декабрь 2022, 17:45

Уҡыусылар рәхәтләнеп ял итә!

Киләһе йыл 38 мең самаһы бала программала ҡатнаша аласаҡ

Уҡыусылар рәхәтләнеп ял итә!
Уҡыусылар рәхәтләнеп ял итә!

Киләһе йылда Башҡортостан өсөн мәктәп туризмы программаһын финанслауҙы ярайһы уҡ арттырыу планлаштырыла. Бюджет-ара трансфертты ҡатнашыусылар һанын 37 743 кешегә тиклем арттырыу өсөн 188,715 миллион һумға тиклем еткерәсәктәр. Экскурсияларҙың йөкмәткеһенә айырыуса иғтибар бүленәсәк, илһөйәрлек саралары һәр сәфәрҙең төп өлөшө буласаҡ. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.

2022 йылда Башҡортостан социаль сертификат буйынса 5-9 класс уҡыусылары өсөн мәктәп туризмы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса 18 пилот төбәктең береһенә әүерелде. Программа “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Төбәккә уҡыусылар һаны буйынса квота 11 106 кеше тәшкил итте. Бүленгән квоталар күләме буйынса Башҡортостан пилот төбәктәренән Рәсәй Федерацияһында икенсе урын алды. Федераль финанслауҙың дөйөм күләме 500 миллион һум тәшкил итте, шуның 55,5 миллион һумы – Башҡортостан Республикаһына. Бер балаға турҙың хаҡы – 7 мең һум.

Ике көнлөк тур программаһына өс йондоҙло ҡунаҡханала йәшәү, туҡланыу, экскурсиялар һәм транспорт хеҙмәтләндереүе инә. Туроператорҙар республиканың иҫтәлекле урындары буйлап, уҡытыусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыҡлы маршруттар төҙөгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар туризмы өсөн инфраструктураны үҫтереүгә, хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә иғтибар бүлергә ҡушты.

Фото: terrabashkiria.ru

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: