Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Декабрь 2022, 13:36

Башҡорт лицейын лайыҡлы етәкләй

Фото ғаилә архивынан.
Фото: Фото ғаилә архивынан.

Республикабыҙҙың башҡортса төп баҫ­маһы – “Башҡорт­остан” гәзите менән башҡорт гимназиялары, лицей һәм мәктәп коллективтары айырыуса тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Матбуғатҡа яҙылыу осоронда тап улар беҙҙең иң тоғро дуҫтар булып ҡала. Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы менән дә гәзитебеҙҙе ныҡлы дуҫлыҡ ептәре бәйләй.

Был белем усағы уҡытыусылары бер нисә йыл дауамында “Башҡортостан” гәзитен тиҫтә данала лицейҙың үҙенә алдыра. Китапхана кәштәһендә лә баҫмабыҙ иң түрҙән урын ала. Әлбиттә, ошоноң ише һәм башҡа маҡтауға лайыҡ эштәр лицей директоры Шәмсулла Хәбибрахманов етәкселегендә ойошторола.

Шәмсулла Хәбибулла улы Дәүләкән районының Сапай ауылында тыуып үҫкән. Көсө, белеме менән үҙенә юл ярған, һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәгән, көслө рухлы, алдынғы ҡарашлы, һоҡланғыс шәхес ул Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы директоры. Уны 1993 йылда Сипайлово биҫтәһендә әле төҙөлөп кенә ятҡан 136-сы мәктәпкә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Киләһе йылына белем усағы, үҙ ишектәрен асып, тәүге балаларҙы ҡабул итә. Бөгөн был башҡорт лицейы –   үҫешкән, матди йәһәттән ныҡлы тәьмин ителгән, көслө педагогтар коллективы тупланған алдынғы мәғариф учреждениеһы. Бында белем сифаты ла, тәрбиә кимәле лә һәр саҡ өлгө итеп ҡуйырлыҡ. 2021 йылда 136-сы башҡорт лицейы Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грантына үткәрелгән конкурс еңеүсеһе булды. Бында шулай уҡ “Хәҙерге заманда халыҡ кәсептәре” республика конкурс-фестивале үтте. Был уңыштарҙың нигеҙенә лицей коллективының һәм уның булдыҡлы директорының фиҙакәр хеҙмәте һалынған.

Шәмсулла Хәбибрахманов – Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. 2014 йылда “Йыл директоры” иҫтәлекле билдәһе менән бүләкләнә. 2020 йылда уның намыҫлы хеҙмәте республикабыҙҙың юғары наградаһы – Салауат Юлаев ордены менән билдәләнә. Халҡыбыҙ мәнфәғәтендә башҡарған эштәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалына лайыҡ була.

Коллегалары Шәмсулла Хәбибулла улын юғары ойоштороу оҫталығына эйә, рухлы, алдынғы ҡарашлы етәксе булараҡ билдәләй һәм хөрмәт итә. “Бөгөнгө заман директоры ниндәй булырға тейеш?” тип һораһалар, “М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы директоры Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахманов кеүек” тип яуап бирер инек”, – ти лицей уҡытыусылары.

Ш.Х. Хәбибрахманов, быйыл гәзитебеҙ ойошторған “Алдынғы белем усаҡтарының булдыҡлы директорҙары” конкурсында ла ихлас ҡатнашып, “Башҡортостан” гәзитенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Редакциябыҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән лицей коллективына һәм уның дирек­торына яңы йылда ла уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Читайте нас