Башҡортостандың ҡап уртаһында урынлашҡан Салауат ҡалаһын танытыуға ошондағы ябай ғына балалар баҡсаһы тос өлөш индергән. Ни өсөн тиһегеҙме? IX “Рәсәйҙең иң яҡшы инклюзив мәктәбе-2022” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы һөҙөмтәләре буйынса иң-иңдәр асыҡланған. Шулай итеп, мәктәпкәсә 22 белем усағы араһында ҡаланың 18-се балалар баҡсаһы иң яҡшыһы тип танылған.
– Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы бәләкәйҙән шәхес итеп тәрбиәләүгә етди иғтибар бүләбеҙ, – тип һөйләй Салауат ҡалаһының 18-се балалар баҡсаһы мөдире Елена Бичерова. – Тәрбиәселәр ҙә, ярҙамсылары ла һәр сараны бай йөкмәткеле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойоштороуҙы ғәҙәт иткән, ғөмүмән, кисәне йә осрашыуҙы төрләндереп үткәрәләр. Кескәйҙәрҙең һәр береһенә айырым ҡараш булдырылған. Хәҙер бит ҡыҙ һәм малайҙар әҙ хәрәкәтләнә, компьютерға бәйләп ҡуйған шикелле ултыралар. Ниәт – хәрәкәтле уйындарҙы көсәйтеү һәм йышайтыу.
Белем биреү учреждениеһы бындай мәртәбәле конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашҡан. Башта ғариза һәм анкета һорауҙарына яуап яҙып ебәргәндәр. Балалар баҡсаһының эшмәкәрлеген күҙ алдына баҫтырған презентация эшләп, уны ла һалғандар.
Елена Бичерова билдәләүенсә, “Эш барышында һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҫешкә йүнәлтелгән тематик кейсты файҙаланыу” исемле теманың көнүҙәк булыуы, һирәк яҡтыртылыуы еңеүгә илткән дә инде. Бынан ары тағы ла дәртләнеберәк эшкә тотонғандар.
Балалар баҡсаһында иркен, һәр төркөмгә уйнау һәм уйындар ойоштороу өсөн уңайлыҡтар етерлек. Етәкселек, ошоно күҙ уңында тотоп, уй-ниәттәрен тулыһынса тормошҡа ашыра ла инде.
Тәрбиәселәрҙең ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыуы отошло. Бында хатта ҡайһы бер саралар фәҡәт өлкәндәрҙең ҡатнашлығында үтә, был ысул бер төрлөлөктән арындыра икән.