Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Декабрь 2022, 19:00

Министр журналистар менән осрашты

Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең "Башҡортостан" гәзите редакцияһы ла бар.

Министр журналистар менән осрашты
Министр журналистар менән осрашты

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин журналистар менән осрашты.

Аралашыу барышында министр быйылғы йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап, яңы йылға бурыстар, эш йүнәлештәре менән таныштырҙы, журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

Иң тәүҙә Айбулат Хажин санитар-эпидемиологик хәл-торошҡа туҡталды. Әлегә был йәһәттән хәлдәрҙе ҡатмарлы тип әйтеп булмай, сирләүселәр дөйөм балалар һанының 20 процентынан артһа, мәктәптәр карантинға ябыла. “Әммә карантин уҡыу процесының туҡталыуын аңлатмай, эш дистанцияла дауам итә”, - тине министр.

Быйыл мәктәп системаһын модернизациялау программаһына ярашлы 63 мәктәптә ҙур ремонт эштәре башҡарылған. Бында һүҙ яңыртылған мәктәптәр тураһында ғына түгел, өр-яңы төҫ алған ашханалар, аҙыҡ-түлек блоктары, эргә-тирә биләмә, уйын һәм спорт майҙансыҡтары хаҡында ла бара. Тағы ла бер һәйбәт яңылыҡ: был белем усаҡтарының барыһында ла тулыһынса йыһаз да яңыртылған. Министр әйтеүенсә, киләһе йылда ошо программаға ярашлы тағы 77 объект яңырасаҡ, ә инде 2026 йылға тиклем йәмғеһе 365 объекттың яңырыуы көтөлә.

Башҡортостан мәктәпкәсә учреждениеларға махсус сертификаттар биреүҙе уңышлы ғәмәлгә ашырған төбәк булып танылды. Был эш киләһе йылда ла дауам итәсәк. Бығаса йыл һайын, муниципаль ҡарамаҡтағы балалар баҡсаһында урын булмаған осраҡта, шәхси балалар баҡсаһына йөрөү өсөн ике мең сертификат тапшырылып килде. Киләһе йылда проектҡа Иглин районы ла ҡушыла һәм тапшырыласаҡ сертификаттар һаны 2150-гә етәсәк.

Шайморатов кластарының эшмәкәрлеге лә әүҙем дауам итә. Әлегәсә ошо йүнәлештәге 79 класс ойошторолған. Улар араһында ҡыҙыҡлы конкурстар үткәрелә, “Геройҙар уҙышы”нда ҡатнашыу барыһына ла оҡшаған.

Айбулат Вәкил улы шулай уҡ БДИ, урта махсус уҡыу йорттарына ҡабул итеү һөҙөмтәләре, бюджет урындары нисбәтенә айырым туҡталды. Журналистар уҡытыусыларҙы социаль яҡлау сараларына, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе. Быларҙың барыһы хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрәсәк тулы әңгәмәлә уҡый алаһығыҙ.

Мәғариф һәм фән министры журналистар менән осрашыуға бер үҙе генә килмәгән ине. Ул Рәсәйҙә яңы ойошторолоу өҫтөндә булған ойошманың – Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Рәнис Рәмил улы Хәсәнов менән таныштырҙы. Рәнис Рәмил улы ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән ойоштороу съезы, яңы хәрәкәттең эшмәкәрлек йүнәлештәре, маҡсаттары тураһында һөйләне.

Осрашыу һуңында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин йыл дауамында мәғариф өлкәһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләгән киң мәғлүмәт сараларын айырып билдәләп, уларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең "Башҡортостан" гәзите редакцияһы ла булды. 

Автор фотоһы.

Министр журналистар менән осрашты
Министр журналистар менән осрашты
Министр журналистар менән осрашты
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: