Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Декабрь 2022, 21:45

Юғары уҡыу йорттарына – 1,3 миллиард һум

Был турала республика Башлығы нимәләр яҙған?

Юғары уҡыу йорттарына – 1,3 миллиард һум
Юғары уҡыу йорттарына – 1,3 миллиард һум

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Өҫтөнлөк-2030” проекты тураһында яҙҙы.

“2023 йылда Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары “Өҫтөнлөк-2030” проекты буйынса 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса ала.

Ошо программа буйынса проектыбыҙҙы тәүге яҡлаған мәлдән бер йылдан аҙ ғына күберәк ваҡыт үтте. Ул ваҡытта мин республикала фәнде һәм юғары белемде йылдам үҫтерәсәкбеҙ тип вәғәҙә иткәйнем. Һәм был ысынлап та шулай.

Беҙҙең өс уҡыу йорто – медицина, фән һәм технологиялар, Өфө нефть университеттары – 2022 йылда программаны тормошҡа ашырыу һәм уңышлы яҡлау һөҙөмтәһе буйынса гранттарҙың төп һәм махсус (юғары) өлөшөн аласаҡ. Төп өлөш 100 миллион һум тәшкил итә, махсус өлөшө эксперттар билдәләгән категорияға бәйле. Быйыл Башҡортостандан “Өҫтөнлөк-2030” программаһында ҡатнашҡан уҡыу йортоноң өсөһө лә икенсе категорияға инде, шул уҡ ваҡытта БДМУ былтырғы позицияһын һаҡлап ҡалды, Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Өфө дәүләт нефть техник университеты иһә өсөнсө категориянан икенсегә күсте. Был ҙур уңыш һәм ысынлап та яҡшы һөҙөмтә.

Ошо ҡаҙаныштарҙы иҫәпкә алып, 2021-2023 йылдарҙа республикабыҙҙағы уҡыу йорттарын “Өҫтөнлөк” программаһы буйынса финанслау күләме 2,6 миллиард һум тәшкил итәсәк. Әйткәндәй, һуңғы ике йылда беҙ илдең Фән һәм юғары белем министрлығы ойошторған конкурстарҙың барыһында ла еңеүсе булдыҡ.

Вуздарыбыҙҙың һәм донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең командалары менән ғорурланам һәм артабан да уңыштар теләйем”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_943190

Фото: vk.com/wall413272232_943190

Юғары уҡыу йорттарына – 1,3 миллиард һум
Юғары уҡыу йорттарына – 1,3 миллиард һум
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: