Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Декабрь 2022, 18:00

ЙЫЛ ҮҪЕШЕ: Мәктәптәр яңыра, матурлана

Федераль программаға ярашлы, быйыл Башҡортостанда 63 мәктәп яңыртылды, киләһе йылда тағы 77 белем усағында капиталь ремонт башҡарыласаҡ. 

ЙЫЛ ҮҪЕШЕ: Мәктәптәр яңыра, матурлана
ЙЫЛ ҮҪЕШЕ: Мәктәптәр яңыра, матурлана

Белеүебеҙсә, 2022-2026 йылдарҙа дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программа тормошҡа ашырыла. Был башланғысҡа беҙҙең республика ла әүҙем ҡушылды. Раҫланған объекттар һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә икенсе урында килә.

Быға тиклем республикала йыл дауамында уртаса алғанда тиҫтәләп мәктәп яңыртыла ине. Программа ғәмәлгә инеү менән был күрһәткесте бер нисә тапҡырға арттырыу мөмкин булды.

– Мәктәп системаһын үҙгәртеп ҡороу программаһына ярашлы, федераль үҙәктән ҙур суммала финанс ярҙам алыуға өлгәштек, беҙ уны ябайлаштырып, мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһы, тип тә әйтәбеҙ. Был йәһәттән Рәсәйҙә алдынғылар рәтендәбеҙ, йыл дауамында 63 мәктәп төҙөкләндерелде. 2023 йылда тағы ла ҙурыраҡ һөҙөмтәгә иҫәп тотабыҙ – 77 мәктәпте капиталь ремонтлау планға алынған, – тип билдәләне республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин журналистар менән үткәргән матбуғат конференцияһында. Шуға күрә тап ошо башланғыс "Йыл үҫеше" номинацияһында билдәләнде. 

Бында һүҙ стеналарҙы яңыртып буяу йәки линолеумды алмаштырыу тураһында ғына бармай, ғәмәлдә уларҙың барыһын да өр-яңынан төҙөлгән белем усағы тип әйтергә мөмкин. Айырым объекттар буйынса ҡарағанда капиталь ремонттың хаҡы 30 миллиондан алып 125 миллион һумғаса тәшкил итә. Мәктәптең тышҡы биҙәлешенән башлап, инеү урындары, уҡыу бүлмәләре, спорт залы, ашхана, аҙыҡ-түлек блоктары, сантехника ҡорамалдарына тиклем барыһы ла алмаштырыла. Биҙәү эштәрен башҡарғанда СанПиН нормаларына таяныла һәм бер ыңғайҙан үҙебеҙҙең милли колорит элементтарына ла иғтибар йүнәлтелә. Бынан тыш, мәктәп янындағы биләмәләр төҙөкләндерелә: асфальт япма яңыртыла, спорт һәм уйын майҙансыҡтарына хәүефһеҙ резина япма түшәлә. Тағы ла бер яҡшы яңылыҡ – тулыһынса уҡыу әсбаптары һәм мәктәп йыһазы яңыға алмаштырыла. Йыһазландырыуға, капиталь ремонттан тыш, айырым аҡса бүленә, ул әлегәсә һәр мәктәпкә 6 миллион 600 мең һумдан тура килгән, был сумманы уҡыусылар һанына ҡарап, күбәйтеү мөмкинлеге лә булған.

Дөйөм алғанда, 2026 йыл аҙағынаса республиканың 365 мәктәбен тулыһынса яңыртыу маҡсат итеп алынған. “Был һан – Башҡортостан Хөкүмәте менән Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан алдан килешелгән күрһәткес. Әгәр федераль үҙәктән ярҙам күләме күбәйтелһә, әлеге күрһәткестә генә туҡтап ҡалмаҫҡа иҫәп тотабыҙ”, - тине министр.

Был федераль программаның ябай ауыл мәктәптәренә ниндәй ҙур мөмкинлектәргә юл асыуын айырым миҫалда ҡарап үтәйек. Быйыл 1 сентябрҙә Хәйбулла районының Маҡан ауылында капиталь ремонттан һуң яңыртылған мәктәп үҙ ишектәрен асты. Шулай итеп, 111 уҡыусы һәм 18 уҡытыусы яңы уҡыу йылын заманса шарттар булдырылған белем усағында башланы.

Бинаны капиталь ремонтлау өсөн федераль бюджеттан 40 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Подрядсы ойошма билдәләнгән ваҡыт эсендә үҙ бурысын үтәгән. Һөҙөмтәлә уҡырға килгән ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы тулыһынса яңыртылған сағыу, заманса мәктәп ҡаршы алған, сөнки элекке бинанан стеналар ғына ҡалған, тип әйтергә мөмкин.

1961 йылда төҙөлгән мәктәп күптән ремонтҡа мохтаж була. Бина һыуыҡ, капиталь ремонт үткәрелмәгән, электр уты селтәре, елләтеү системаһы ла иҫкергән. Класс бүлмәләре санитария-гигиена талаптарына яуап бирмәгән. Федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға фасад йүнәтелгән, ҡыйыҡ, тәҙрәләр өлөшләтә алмаштырылған, иҙәндәр, түшәмдәр ремонтланған, биҙәкләү эштәре башҡарылған, электр менән тәьмин итеү системаһы монтажланған, елләтеү системаһы ҡоролған, һыу һәм канализация селтәре, ишектәр яңыртылған. Бөтә эштәр ҙә уҡыу процесына ҡамасауламай башҡарылған.

Бинаны ремонтлауҙан тыш, йыһазландырыуға ла аҡса бүленгән: парталар, ултырғыстар, йомшаҡ мебель, ашхана өсөн йыһаз, спорт ҡорамалдары, компьютерҙар, проектор һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинетына ҡорамалдар һатып алынған. Бер һүҙ менән әйткәндә, балалар көн һайын мәктәпкә ҙур ҡыуаныс менән йөрөһөн өсөн хәҙер барлыҡ шарттар ҙа булдырылған. Әлбиттә, тулыһынса яңыртылған, йылы, яҡты мәктәптә белем алыу уҡыусыларға ла, ошондай уңайлы шарттарҙа эшләү уҡытыусыларға ла ныҡ оҡшай. Ауыл мәктәбенең яңы төҫ алыуынан ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: 2022–2026 йылдарға иҫәпләнгән дөйөм белем биреү ойошмаларын капиталь ремонтлау һәм йыһазландырыу буйынса федераль программаға ярашлы, быйыл ил буйынса 1300 мәктәп ремонтлана, ә 2026 йыл аҙағына был һан 7300 тәшкил итәсәк. Ошо маҡсатҡа 418 миллиард һум аҡса бүленә. Программа мәктәп инфраструктураһын яңыртыуҙы ғына түгел, уҡытыусылар әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын камиллаштырыуҙы ла үҙ эсенә ала. Уның һөҙөмтәһендә уңайлы, хәүефһеҙ һәм заманса белем биреү мөхите булдырыла, ул балаларҙы уҡырға, ижад итергә һәм таланттарҙы үҫтерергә дәртләндерә.

Фотола: яңыртылған Маҡан мәктәбе.

Фотолар: Хәйбулла районы хакимиәте архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: