Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Декабрь 2022, 21:30

"ЙЫЛ БЕРЛӘШЕҮЕ": Яңы уҡыу йорто ышаныслы алға атлай

“Ике юғары уҡыу йортон берләштереү Рәсәйҙә яңы ҡеүәтле, етди ғилми фекерҙәр үҙәге, белем биреү процесы һәм технологиялар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк”.

"ЙЫЛ БЕРЛӘШЕҮЕ": Яңы уҡыу йорто ышаныслы алға атлай
"ЙЫЛ БЕРЛӘШЕҮЕ": Яңы уҡыу йорто ышаныслы алға атлай

Уҙып барған 2022 йылда республиканың фәнни-мәғрифәти тормошондағы иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе Башҡортостандың ике ҙур юғары уҡыу йортон – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү булды. Ошо нигеҙҙә барлыҡҡа килгән Өфө фән һәм технологиялар университеты 2022 йылдың 1 ноябренән рәсми рәүештә яңы учреждение булараҡ эш башланы. Тап ошо ҙур проекттың "Йыл берләшеүе" номинацияһында билдәләнеүе һис тә ғәжәп түгел. 

Ярайһы оҙайлы берләштереү процесы үткән яңы университетҡа республика етәкселеге менән бер рәттән илдең фәнни йәмәғәтселеге лә ҙур өмөттәр бағлай. “Ике юғары уҡыу йортон берләштереү Рәсәйҙә яңы ҡеүәтле һәм етди ғилми фекерҙәр үҙәге, белем биреү процесы һәм технологиялар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк”, - тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Өфө фән һәм технологиялар университеты республика кимәлендәге ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итәсәк. Бында һүҙ донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәге, Юғары уҡыу йорттары-ара студент кампусы, Фән һәм мәҙәниәт йорто төҙөлөшө һәм башҡалар тураһында бара.

"Бөгөн Рәсәйҙә лә, донъяла ла аҡыл, талант өсөн көнәркәшлек бара, беҙ барыбыҙ ҙа ошо шарттарҙа эшләйбеҙ. Шул көрәш барышында юғалып ҡалмау өсөн айырым өҫтөнлөктәргә эйә булыу шарт. Әлеге ваҡытта был йәһәттән ҙур мөмкинлектәр асылып тора. Яңы мәғариф учреждениеһы студенттар һаны буйынса илдәге иң ҙур биш юғары уҡыу йортоноң береһе буласаҡ", - тип белдергәйне Өфө фән һәм технологиялар университетын ойоштороу мәсьәләләренә ҡағылышлы брифинг барышында уның ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.

Уҡыу йорттарының филиалдары үҙ эшмәкәрлеген яңы университет составында дауам итә. Был хаҡта Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан ҡул ҡуйылған документта айырым билдәләнгән. Шулай итеп, яңы университеттың алты филиалы бар, йәғни БДУ-ла эшләп килгән дүрт һәм ӨДАТУ-ның ике филиалы  Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалына әйләнде.

Республиканың ике эре юғары уҡыу йортон ҡушыу – тарихи ваҡиға, бындай проекттар әлегә тиклем беҙҙә булғаны юҡ ине әле. Студенттар һаны буйынса яңы мәғариф учреждениеһы Мәскәү дәүләт университетын да уҙып китеп, 2024 йылға милли-тикшеренеү университеты статусына эйә буласаҡ тип күҙаллана.

Өфө фән һәм технологиялар университетының нисек эшләп алып китеүе берләшкән вузда уҙған тәүге сара барышында – Студенттар көнө айҡанлы ойошторолған байрамда ла асыҡ күренде. Тантаналы концерт “Өфө университеты – тартылыу нөктәһе” исеме аҫтында уҙҙы, унда студенттар, аспиранттар, уҡытыусылар һәм мәғариф учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

- Беҙ бөгөн күмәк, киләсәктә тағы ла күберәк буласаҡбыҙ: 2030 йылға контингент 50 меңдән ашып китергә тейеш. 17-се көн Өфө фән һәм технологиялар университеты булараҡ эшләйбеҙ. 17 көн эсендә йәштәрҙең берҙәм концерт әҙерләүе беҙҙең башланғыстарҙың барыһы ла һәйбәт буласағы хаҡында һөйләй. Бөгөн Халыҡ-ара студенттар көнөн дуҫтарса компанияла ҡаршы алыуыбыҙға шатмын. Алда беҙҙе күләмле сағыу саралар көтә тип ышанам, - тине Вадим Захаров.

Белеүебеҙсә, әлеге ваҡытта Рәсәйҙә юғары белем биреү системаһын яңыртыу йәһәтенән киң даирәле программа эш башланы, ул “Өҫтөнлөк-2030” тип атала. Унда ингән юғары уҡыу йорттарына үҫеү, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҙур ярҙам күрһәтелә. Әле рәсми рәүештә ҡушылғанға тиклем үк Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университеты белгестәре ошо программала ҡатнашыу өсөн заявка әҙерләне. “Унда 2030 йылға тиклем берләшкән уҡыу йортоноң үҫеш программаһы билдәләнде. Уны тормошҡа ашырыу өсөн финанслау бүленде. Шуның менән беҙ Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреү системаһын үҫтереү программаһының көн тәртибенә инә алдыҡ”, - тип билдәләне Вадим Захаров.

Ошо көндәрҙә “Өҫтөнлөк-2030” программаһында ҡатнашыусылар Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков етәкселегендәге Гранттар буйынса советҡа уҙған йылдың йомғаҡтары һәм һөҙөмтәлелек күрһәткестәре буйынса отчет бирҙе. Үҫеш программаһы буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән университеттар айырым билдәләнеп, өҫтәмә бонустарға эйә булды. Мәҫәлән, “Биләмә һәм (йәки) тармаҡ алдынғылығы” йүнәлешендә Өфө фән һәм технологиялар университеты өсөнсө баҫҡыстан икенсегә күтәрелде. Ошо нигеҙҙә ғилми тикшеренеүҙәргә биреләсәк грант суммаһы 800 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

- Беҙ 2022 йылға билдәләгән бурыстарҙы тулыһынса үтәп, Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығына эшмәкәрлек йомғаҡтарын еткерҙек. Бөтә күрһәткестәр буйынса тейешле һөҙөмтәгә эйә булдыҡ. Ошо сәбәпле өсөнсө категориянан икенсегә күтәрелә алдыҡ, - тип һөйләне Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.

Шулай итеп, Өфө фән һәм технологиялар университеты 2023 йылға өс тапҡыр арттырылған финанслау күләме менән аяҡ баҫа. Учреждение етәкселеге билдәләүенсә, маҡсат – киләһе йыл һөҙөмтәләре буйынса беренсе баҫҡысҡа күтәрелеү. Ул саҡта финанслау күләмен ете тапҡыр арттырыуға мөмкин буласаҡ.  

Фото: Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты архивтары һәм "Башинформ" агентлығы. 

"ЙЫЛ БЕРЛӘШЕҮЕ": Яңы уҡыу йорто ышаныслы алға атлай
"ЙЫЛ БЕРЛӘШЕҮЕ": Яңы уҡыу йорто ышаныслы алға атлай
"ЙЫЛ БЕРЛӘШЕҮЕ": Яңы уҡыу йорто ышаныслы алға атлай
"ЙЫЛ БЕРЛӘШЕҮЕ": Яңы уҡыу йорто ышаныслы алға атлай
"ЙЫЛ БЕРЛӘШЕҮЕ": Яңы уҡыу йорто ышаныслы алға атлай
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас