Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
29 Декабрь 2022, 13:30

"Күргәндәрҙән күңел ҡайтты..."

Башҡортостан Башлығы Указы булды ла ул, тик гимназияның эсендә шағирҙың рухын, ижадын тойманым.

"Күргәндәрҙән күңел ҡайтты..."
"Күргәндәрҙән күңел ҡайтты..."

Белеүебеҙсә, Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһына башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың исеме бирелгәйне. Яңыраҡ һайланған Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы айҡанлы унда уҙғарылған сараға барып, шағирға ҡарата булған мөнәсәбәткә күңеле төшөп ҡайтҡан. Ошо хаҡта ул “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһендә уртаҡлашты. 

“Бөгөн Ауырғазы районында булдым. Талбазы башҡорт гимназияһына саҡырғайнылар. Әйткәндәй, был гимназияға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, мәшһүр башҡорт шағиры Рәшит Назаровтың исеме бирелде. Феноменаль шағирҙың ижадына, ниһайәт, республика етәкселеге тарафынан тейешле баһа булыуына йәмәғәтселек ихлас ҡыуанғайны. Ҙур өмөттәр бағлап, ҡыуанып барҙым ошо гимназияға.

Сәбәбе лә бар һымаҡ: республика кимәлендә "Назаров уҡыуҙары" конференцияһын ойошторабыҙ, тинеләр. Тик... күргәндәрҙән күңел ҡайтты. Башлыҡ Указы булды ла ул, тик гимназияның эсендә шағир Назаровтың рухын, ижадын тойманым. Хатта ошо гимназия Шағирҙың исемен йөрөтә икәнлеген хәтерләткән берәй портретын да, шиғри юлын да осратманым. Музей, йә әҙәби мөйөш тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Диуарға шағир фотоһын элеп ҡуйыр өсөн ҙур сығым кәрәкмәйҙер бит?!

Һүҙ юҡ, уҡыусыларҙан торған ҡурайсылар ансамбле матур итеп уйнаны, ҡыҙҙар ихлас бейене. Тик директор урынбаҫары башҡортса һөйләүҙе хуп күрмәне. Башҡорт әҙәбиәте байрамына әүерелергә тейеш сарала шағир тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәгәстәр, ниңә уны "Назаров уҡыуҙары" тип атанылар икән? Ҡалған етешһеҙлектәрҙе әйтеп тормайым, бәйләнә, тип уйларҙар.

Ә бит алдан әйтеүҙәренсә, конференция Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан ойошторолдо. Гимназия директоры бөтөнләй күренмәне. Нимәһе-нимә, был белем усағында рухлы, әҙәбиәтебеҙгә хөрмәт менән ҡараған етәксе ҡулы етмәүе һиҙелә. Ә бит ошо гимназия – тыуған илебеҙгә, Ватаныбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә, мәҙәни мираҫыбыҙға, тарихыбыҙға, телебеҙгә һөйөү тәрбиәләгән усаҡ булараҡ ойошторолған. Шағир рухы алдында баш эйеп, сараны йәнләндереп, район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов та килгәйне. Ул да минең кеүек уңайһыҙланып ултырғандыр.

Ғәҙеллек өсөн әйтеп үтергә кәрәк: былтыр ғына районды етәкләй башлаған Арыҫлан Нәзир улы бөйөк шағир исемен мәңгеләштереү йәһәтенән эшкә ныҡлы тотонған. Киләһе йылдан башлап Ауырғазы районында Рәшит Назаров исемендәге әҙәби премия тапшырыласаҡ. Шулай уҡ Талбазылағы яңы урамға шағир исемен биреү ҡаралған. Бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә уҡыу йорттарынан күп нәмә тора. Талбазылағы башҡорт гимназияһына килгәндә, есеме исеменә тура килеүен теләр ине", – тип яҙған Айгиз Баймөхәмәтов.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Айгиз Баймөхәмәтовтың "Бәйләнештә" социаль төркөмөндәге сәхифәһе - https://vk.com/id25835987?w=wall25835987_13929%2Fall

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: