Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Декабрь 2022, 17:45

Киләһе йылда тағы ла күберәк мәктәптәр яңырасаҡ

Башҡортостанда ике йылда 140 мәктәптә ремонт үткәрелергә тейеш, был эште финанслау күләме – 7,9 миллиард һум. 

Киләһе йылда тағы ла күберәк мәктәптәр яңырасаҡ
Киләһе йылда тағы ла күберәк мәктәптәр яңырасаҡ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 2023 йылда мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау планлаштырылған муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе.

Министрҙар кабинеты етәксеһе билдәләүенсә, был мәсьәлә Рәсәй Президенты тарафынан контролдә тотола. Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса советтың декабрҙәге ултырышында Владимир Путин эштәрҙе ваҡытында башҡарыу кәрәклеген билдәләне. Бөтә ил буйынса өс мең самаһы мәктәп ремонтланырға тейеш.

- Башҡортостанда ике йылда 140 мәктәптә ремонт үткәрелергә тейеш. Финанслауҙың дөйөм күләме - 7,9 миллиард һум, шуның 6,6 миллиард һумы – федераль аҡса. Төп бурыс – уҡыусыларҙы уңыштарға дәртләндереү өсөн уңайлы, заманса белем биреү киңлеген булдырыу, - тине Андрей Назаров.

Ағымдағы йылда 80 учреждениела эштәр башланған, 63 объектта улар тамамланған, 17-һе – 2023 йылға күсеүсе ике йыллыҡ объекттар. 2023 йылға барлыҡ процестарҙы ойоштороу маҡсатында төп саралар исемлеге әҙерләнгән. Уның нигеҙендә муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтарына объекттар һәм ҡорамалдарҙың һәр позицияһына ҡағылышлы юл карталары әҙерләргә кәрәк.

Кәңәшмәлә капиталь ремонт үткәреү ваҡытында уҡыу процесын ойоштороу мәсьәләһе лә тикшерелде. Ремонт барған мәктәп уҡыусыларының күбеһе яҡындағы мәктәптәрҙә белем аласаҡ. Балаларҙы уҡытыу санитар нормаларҙы иҫәпкә алып ойоштороласаҡ. Мәғариф һәм фән министрлығы 1-се, 5-се һәм 9-11-се класс уҡыусыларын уҡытыу 1-се сменала үткәреләсәк, тип күҙаллай. Яҡындағы мәктәптә уҡыу процесын ойоштороу мөмкин булмаған осраҡта, министрлыҡ тарафынан балалар баҡсаларын (башланғыс кластарҙы уҡытыу өсөн), мәҙәниәт ойошмаларының, интернаттарҙың, колледждарҙың һәм башҡа социаль тәғәйенләнештәге объекттарҙың инфраструктураһын файҙаланыу варианттары ҡарала. Мәктәптәрҙең бер өлөшө дистанцион технологияларҙы файҙаланасаҡ, был нигеҙҙә 6-8-се класс уҡыусыларына ҡағыла. Ғинуар аҙағына бөтә мәктәптәр ҙә уҡыу урынын аныҡ билдәләргә тейеш. Министрлыҡ алдында уҡыуҙың нисек һәм ниндәй шарттарҙа ойоштороласағын, балаларҙың ҡайҙа һәм нисек туҡланасағын хәл итеү бурысы тора.

Премьер-министр Мәғариф һәм фән министрлығына Төбәк проект офисы менән берлектә 2023 йылдың 30 ғинуарына тиклем дөйөм белем биреү ойошмалары биналарын капиталь ремонтлауға әҙерлек һәм уны йыһазландырыу буйынса юл картаһы формаһын әҙерләргә ҡушты.

Министрҙар кабинеты етәксеһе һүҙҙәренсә, башҡараһы эштәр бик күп. Август башына мәктәптәр әҙер булырға тейеш.

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: