2022 йылда республикала мәғариф ойошмаларын капиталь ремонтлау өсөн бихисап аҡса бүленде. Федераль финанслау һөҙөмтәһендә республикалағы 63 мәктәп яңыртылды. Башҡортостан Республикаһына федераль бюджеттан – 2,940 миллиард һум, республика бюджетынан 560 миллион һум бүленде. 2023 йылда Башҡортостанда мәктәп системаларын модернизациялау федераль программаһы буйынса 77 мәктәпте ремонтлау планлаштырылған. Капиталь ремонтты эшләү өсөн федераль бюджеттан 3,63 миллиард һум, республика бюджетынан 691,7 миллион һум бүленде. 2022 йылда ремонт эштәре 63 мәктәптә атҡарылған, ә 2023 йылда 77 мәктәп ремонтланасаҡ, тип көтөлә.
Айырым район-ҡалаларға килгәндә, 2022 йылда мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән төбәк проекты, Рәсәй Федерацияһының “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы, алты дөйөм белем биреү ойошмаһында 299661,57 мең һумлыҡ ремонт эштәре атҡарылды, тип хәбәр иттеләр Ишембай районы хакимиәтенең мәғариф идаралығынан. Улар – Ишембай ҡалаһындағы 2-се, 11-се, 5-се урта, Үрге Этҡол, Кинйәбулат, Көҙән урта белем биреү мәктәптәре. Капиталь ремонт сиктәрендә 98864,11 мең һумлыҡ дөйөм белем биреү ойошмалары биләмәләрен төҙөкләндереү эштәре атҡарылған.
- 2023 йылда Ишембай ҡалаһында һәм Ишембай районында, мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау программаһына ярашлы, мәктәптәрҙе комплекслы ремонтлау буйынса эштәр атҡарыласаҡ. Был программала өс белем биреү ойошмаһы – 1-се гимназия, 12-се лицей һәм 16-сы урта белем биреү мәктәбе (беренсе корпус) ҡатнаша. Федераль бюджеттан – 155672,6 мең һум, республика бюджетынан – 29651,92 мең һум, урындағы бюджеттан 296,51 мең һум бүленде. Шулай уҡ ошо ойошмалар буйынса 87955,19 мең һумлыҡ заявкалар ебәрелде, - тип беҙгә хәбәр итте Ишембай районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Илшат Исмәғилев.
Илшат Иҙиәтулла улының әйтеүенсә, былтыр атҡарылған комплекслы капиталь ремонт үҙ эсенә бинаның үҙен капиталь ремонтлау, республика аҡсаһына биләмәләр төҙөкләндерелгән, федераль бюджеттан бүленгән аҡсаға компьютер, өҫтәл-ултырғыс кеүек төрлө ҡорамалдар, дәреслектәр һатып алынған. Уҡыу-тәрбиә процесын атҡарыу өсөн тулыһынса мәктәп мебеле, оргтехника, мәктәп ашханаһы һәм туҡланыу блогы ҡорамалдары алмаштырылған. Быларҙың барыһы өсөн 395,26 мең һум аҡса тотонолған.
Былтыр Хәйбулла районында иһә, “Мәғарифтың мәктәп системаһын модернизациялау” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Маҡан урта дөйөм белем биреү мәктәбендә капиталь ремонт эштәре атҡарылды. Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, ремонт барышында электр менән тәьмин итеүҙе, елләтеүҙе, һыу үткәреүҙе, канализацияны, тәҙрәләрҙе ишектәрҙе алмаштырыу, хәүефһеҙлек йоҙаҡтарын ҡуйыу кеүек эштәр атҡарылған. Төҙөлөш-монтажлау эштәренә - 43,8 миллион һум, ҡоролмалар, мебель һатып алыу өсөн 6,656 һум тотонолған. 38 миллион һумдан ашыуы – федераль, 8 миллион һумдан ашыуы республика бюджетынан. Шулай уҡ республика бюджетынан бүленгән 4,8 миллион һумға мәктәп яны биләмәһе төҙөкләндерелгән.
2023 йылда Хәйбулла районының Өфө ауылындағы урта белем биреү мәктәбе бинаһын ремонтлау планлаштырылған. Бының өсөн федераль бюджеттан 29 миллион һум финанслау ҡаралған.
2022 йыл мәктәптәр тарихына бына ошондай матур яңылыҡтар өҫтәне, быйылғыһы ла матур яңылыҡтар килтерер, тип ышанайыҡ.
Фотолар: Ишембай районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы.